Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март , 22:55

Көйөшлөк ашағанығыҙ бармы?

Шулай тип аталған бик тәмле ризыҡ бар икән. Уның тураһында төркөмдәшебеҙ, Йылайыр районында ғүмер итеүсе Гөлшат Алғышаева бәйән итә. Тағы ҡайһы тарафтарҙа бар был зиннәтле ризыҡ, комментарийҙарҙа яҙығыҙ, дуҫтар.

Көйөшлөк ашағанығыҙ бармы?
Көйөшлөк ашағанығыҙ бармы?

Кемегеҙ белә, нимә икән ул көйөшлөк? Етмәһә, икмәктең көйөшлөгө. Йылайырҙа икмәкте бына шулай көйөшлөк менән бешерәләр.

Килен булып төшкәс, ул һүҙгә аптырауым. Көйөшлөк алды, тигәнде ишеткән бар ине. Мал, мәҫәлән, көйөшлөк алды. Көйшәй, көйшәүҙән килеп сыҡҡан бит инде. Икмәкте табаға, листҡа яһарҙан алда, бер аҙ ҡамырҙы өҙөп алып, шуның менән табаны шыйыҡ май, ҡаҙ майы, туңмай менән майлайҙар ҙа бер яҡ ситенә йәбештереп ҡуялар. Шул көйөшлөк тип атала икән.

Ҙур ғаиләгә ҡәйнәм бер юлы листа дүрт икмәк бешерә, дүрт яғынан, майға тысҡып, дүрт көйөшлөк йәбешә. Ҡыҙарып ҡына бешә улары. Беҙгә эләкмәй, ике ҡәйнешкә атап бешерелә.

Күҙ ҡыҙа бит теге көйөшлөктәргә, ашағы килә. Тик һорарға оялдыра шул.

Шулай ҙа бер тапҡыр кинйә ҡәйнешемдән (Аллаһтың ҡашҡа тәкәһенән) һорап, бүлдереп ашап ҡараным. Бик тәмле икән дә көйөшлөк тигәндәре! Оҡшаны. Әйтерең бармы, майға ғына әүәләнгәс, ниңә тәмле булмаһын да инде!

Аҙаҡ, айырым йәшәй башлағас, үҙем бешергән икмәк янында көйөшлөктәр таба түренән урын ала башланы. Улдарыма бешерҙем.

Уландар янда юҡ, көйөшлөктәр һаман бешеүен дауам итә. Үҙем өсөн. Ныҡ тәмле. Ҡытырлап тора. Ииий генәм!"

Яҙма, фотолар сығанағы: Гөлшат Алғышаеваның “Бәйләнештә”ге сәхифәһе: vk.com/id232577914

Көйөшлөк ашағанығыҙ бармы?
Көйөшлөк ашағанығыҙ бармы?
Көйөшлөк ашағанығыҙ бармы?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: