Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы гастрофестивале ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы тәмле, сағыу милли ризыҡтар менән ҡыуандырасаҡ. Көн һайын профессиональ ашнаҡсылар яңы һый әҙерләүҙә ярышасаҡ.
Фестивалде асыу көнөндә балыҡ ашы – уха тәҡдим ителәсәк. Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың төрлө төбәктәренән килгән конкурсанттар уны Башҡортостандың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһының дипломлы жюри хөкөмөнә тәҡдим итәсәк. Эксперттарҙан тыш, фестивалгә килеүселәр ҙә, бөтә ризыҡтарҙы тәмләп ҡарап, үҙ баһаһын бирә ала.
Фестивалдең икенсе көнө милли ризығыбыҙ бишбармаҡҡа арнала. Сарала ҡатнашыусылар уны гастрофестивалдең асыҡ майҙансығындағы ҡаҙандарҙа әҙерләйәсәк.
- Бишбармаҡ – төрки халыҡтарҙың традицион аш-һыуы, әммә уны һәр кем үҙенсәлекле итеп әҙерләй. Әйтәйек, Башҡортостанда бишбармаҡ әҙерләү өсөн һарыҡ йәки йылҡы итен файҙаланалар, һөйәкле иттән һурпа бешерәләр, ә һалманы ҙур булмаған ромб йәки шаҡмаҡ рәүешендә киҫәләр. Ә Ҡаҙағстандың ҡайһы бер төбәктәрендә дүрт төрлө – һарыҡ, һыйыр, йылҡы һәм дөйә итен бергә ҡулланалар. Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстан оҫталары беҙҙең фестивалдә тап ошо йәһәттән үҙ оҫталығын күрһәтәсәк. Бик тәмле буласаҡ, - тип һөйләне Башҡортостандың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина.
Әммә бының менән генә бөтмәй әле: ойоштороусылар билдәле ашнаҡсыларҙан оҫталыҡ дәрестәре әҙерләгән, уларҙың исемдәре әлегә сер итеп һаҡлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26-27 ноябрҙә яңы Көрәш һарайы базаһында Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтәсәк.
Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайты һәм Башҡортостандың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы сайты