Республика етәксеһе Радий Хәбиров Учалыға эш сәфәре барышында “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы Илтабан менән Ураҙ ауылдары араһындағы урман зонаһына ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.
“Бындай акцияларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: беҙ киләсәк быуындарға урман ҡалдырабыҙ, йәштәр күңелендә тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләйбеҙ”, – тип билдәләне Радий Фәрит улы ирекмәндәр менән аралашҡанда.
Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, 18 майҙа ошо йүнәлештә тағы ла бер ҙур акция үтәсәк. “Хәтер урманы” тип аталған ул сара Бөйөк Еңеүгә арналасаҡ”, – тине ведомство етәксеһе.
Уның әйтеүенсә, алдан иҫәпләүҙәр буйынса, бөгөн республикала 220 гектарҙа бер миллион самаһы үҫенте ултыртылырға тейеш. Ә тотош йылды алғанда, был күрһәткес 28 миллиондан артасаҡ тип күҙаллана.