Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Апрель 2019, 23:26

Бөрйән урмандарына ҡеүәт өҫтәп

Бөрйән халҡы, әлбиттә, ағас эшендә сыныҡҡан. Ғәҙәт буйынса ла, тәбиғәт алдында оло бурыс тойоп та, улар тирә-яҡты йәшелләндереү акцияларында һәр ваҡыт ихлас ҡатнаша.

Фотолар "Таң" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән алынды.

“Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит” саҡырыуын ҡабул итеп, һәр ауылда тиерлек өмәгә дәррәү сыҡҡандар. Район үҙәгенә килгәндә иһә, тотош халыҡ Сейәлетауға күтәрелеп, йәш урманға ғүмер биргән. Дөйөм эштә урындағы барлыҡ ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан.

Шулай уҡ Баҙал биҫтәһендәге стадионда шыршы ултыртҡандар. Сараға район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, 1-се “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы, Баҙал балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәбе, “Таң” гәзите редакцияһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе коллективтары һ.б. дәррәү сыҡҡан.

Бөрйәндә ағас ултыртыуҙа Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Әлфир Саҙретдинов та ҡатнашҡан.

Читайте нас: