Күптән түгел Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы “Таҙа Өфө” ойошмаһы менән берлектә “Төрлө төҫтәге өмәләр” республика экология акцияһын үткәрҙе.
Улар урман массивтарын, һыу сығанаҡтары ярҙарын таҙартты.
Төбәгебеҙҙең район-ҡалаларында үткәрелгән был акцияға йылдан-йыл күберәк кеше йәлеп ителә. Быйыл “Төрлө төҫтәге өмәләр” форматындағы саралар Рәсәйҙең йәнә дүрт ҡалаһында уҙғарылды.
Республикабыҙҙа үткәрелгән әлеге акцияға ҡушылғандарҙы район хакимиәте башлыҡтары, вәкилдәре тәбрикләне, белгестәр хәүефһеҙлек техникаһы һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса инструктаж уҙғарҙы. Өмәне үткәреүҙе ойоштороуҙа 120 ирекмән ярҙам күрһәтте. Йыйыштырыу барышында параллель рәүештә халыҡҡа ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса экологик аңлатыу эше алып барылды.