“Башҡортостан рейтинг буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инде. Бер көн эсендә республиканың дүрт ҡалаһында ете уйын үткәрелде. Көн торошоноң насар булыуына ҡарамаҫтан, маҡсатҡа өлгәшелде. Ял көндәрендә 90 “Таҙа уйын” үтте. Әле ойоштороусылар һөҙөмтәне тикшерә, еңеүсе билдәләнәсәк”, – ти “Таҙа Уйындар” проектының Башҡортостандағы төбәк координаторы Максим Некрасов.
Белешмә. “Таҙа Уйындар” – приздар менән мауыҡтырғыс уйын, унда ҡатнашыусылар экологик йомаҡтар сисә, артефакттар таба, сүп-сарҙы йыйып бүлә һәм бының өсөн балдар туплай. Сара 2014 йылдан үткәрелә. Ул Рәсәйҙең 60 төбәгендә, шулай уҡ Һиндостан, Украина, Вьетнам, Нигерия, Япония, Венесуэла, Ҡытай илдәрендә үтә. Уйындар барышында 800 тонна сүп-сар йыйылған.