“Мин сүп-сар эшкәртеү тармағын эшҡыуарҙар өсөн инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс тип иҫәпләйем”, – тип белдергән экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Нияз Фазылов “Медиакорсеть” хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәләшкәндә.
Ни өсөн сүп-сар реформаһына дәғүәләр күплегенә лә уның яуабы бар: эште тәүҙә сәнәғәттән, полигондар төҙөүҙән, сүп ташыу станцияларынан башларға ине. Икенсе сеймал ҡабул итеү урындары аҙ, хатта Өфөлә лә 17 генә.
Баш ҡалала йылына республикала йыйылған сүп-сарҙың дүрттән бер өлөшө – 250 мең тонна эшкәртелә. Бындағы “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” – яңыраҡ ҡына йөҙ йыллығын билдәләгән берҙән-бер эре хужалыҡ. Өфө һәм 14 район – иҡтисади яҡтан иғтибарға лайыҡ төбәк.
“Кем бөгөн бер йылдан яңыса йәшәйәсәкбеҙ тип уйлай, ул тәрән яңылыша. Сүпте ташырға ғына түгел, икенсел сеймалды йыйырға, сүп-сарҙы сортҡа айырырға өйрәнергә лә кәрәк”, – ти министр урынбаҫары.