Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Июль 2019, 17:28

Балыҡ үлгәнгә кем яуап бирер?..

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә Өфө эргәһендәге Иҙәк йылғаһында балыҡтың күпләп ҡырылыуына бәйле фекерен белдерҙе.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә Өфө эргәһендәге Иҙәк йылғаһында балыҡтың күпләп ҡырылыуына бәйле фекерен белдерҙе.


“Бер нисә көн элек предприятиеларҙың береһенән Иҙәк йылғаһына бысраҡ матдәләр ағып төшкән. Урындағы халыҡҡа был турала ваҡытында хәбәр итеү урынына – тынлыҡ. Балыҡтың бушҡа ғына һәләк булмауын барыһы ла яҡшы аңлай бит. Бөгөн Хакимиәт ваҡиғаны үҙ контроленә ала, бының өсөн Ринат Бәширов яуаплы, – тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. – “Роспотребнадзор” йылғалағы һыуға анализ яһаны, хәүеф юҡ, экологик хәл нормаға тап килә. Артабан тәүлегенә ике тапҡыр һыуҙы тикшерәсәкбеҙ.


Йылғаны бысратҡан предприятиеға закон буйынса яуап бирергә, зыянды ҡапларға тура киләсәк. Хәлде йәшереп ҡалдырырға теләгән етәкселәр ҙә яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ”.


Фото: ufa.kp.ru