Европа илдәре менән бер рәттән Башҡортостанда ла 1 сентябрҙән 14 октябргә тиклем Мираҫ аҙналығы үтә.
Республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге киң йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырырлыҡ саралар циклы әҙерләне. Бөрйәндәге “Шүлгәнташ мәмерйәһе” һәм Баймаҡ районындағы “Ирәндек” музейы-ҡурсаулыҡтары сентябрҙең шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Музей экспозицияһы менән танышырға, тематик фәнни-популяр фильмдар ҡарарға мөмкин. Инеү бушлай.
Теләге булған һәр кем 14 сентябрҙә экологик өмәгә ҡушыла ала. Акция “Урал батыр ере” мәҙәни мираҫ объекты биләмәһендә, Шүлгән йылғаһы упҡынға инеп юғалған урында ойошторола.
Мираҫ аҙналығын Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ундағы һүрәттәргә арналған фотокүргәҙмә йомғаҡлай. Сара тәбиғәт ҡомартҡыһында боронғо һүрәттәр табылыуға 60 йыл тулыуына арнала. Экспозиция Башҡортостан Милли музейында 1 октябрҙә асыла.
Европа мираҫы аҙналығының милли кураторы – Д. Лихачев исемендәге Рәсәй мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ ғилми-тикшеренеү институты.
Аҙналыҡ сиктәрендә үткән саралар Европа советы рәсми сайтының интерактив картаһында күрһәтелә һәм урындағы мәҙәни мираҫ объекттарын популярлаштырыуға, сит ил һәм Рәсәй туристарын йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.