"Йәшел Башҡортостан" акцияһы Ғафури районында байрам төҫөн алды.
Был көндө урамдарҙа ҡулдарына биҙрәләр, көрәктәр тотҡан төрлө быуын кешеләрен күрергә була ине. Өмәлә һәр ойошма әүҙем ҡатнашты, үҙҙәренең ағасын ултыртып ҡалырға тырышты.
Мәҫәлән, пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре курорттан балалар шифанаһына тиклемге юлды ихлас таҙартты, һуңынан "Йәштәр" микрорайонына йәш үҫентеләр ултыртты.