Мәҫәлән, Өфө йылғаһы яры буйында "Сипайлово ҡарағайҙары" аллеяһы хасил булды. Бында 100 төп ылыҫлы ағас ултыртылды. Ә СССР-ҙың 50 йыллығы урамында ҡайын скверы киләсәктә халыҡтың ял итергә яратҡан әүереләсәгенә шик юҡ. Нуғай ҡасабаһындағы Муса Гәрәев исемендәге аллеяла 40 төп ылыҫлы ағас гөрләп үҫеп киткәс, йәштәргә ошо матур сараның бер иҫтәлеге булыр әле.
Өмәләрҙә предприятиелар эшсәндәре, студенттар, уҡыусылар ихлас ҡатнаша. Улар яр буйҙарын, парктарҙы, скверҙарҙы, юлдарҙы, ихаталарҙы ҡойолған япраҡтарҙан, сүп-сарҙан таҙалай. Әйткәндәй, ҡаланы йыйыштырыу 14 октябргә тиклем дауам итәсәк.