"Бөгөн баш ҡалала 2618 төп үҫенте, шул иҫәптән 1654 төп ҙур ағас ултыртылды. Был һанды икеләтә арттырасаҡбыҙ, ә изге йоланы киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәкбеҙ. Бындай мөһим сараны ойоштороусыларға айырыуса ҙур рәхмәт. "Сипайлово ҡарағайҙары" кеүек яңы аллеялар беҙҙең шатландырасаҡ әле. Хәҙер иң мөһиме – үҫентеләр ерегеп китһен өсөн, уларҙы тәрбиәләп торорға кәрәк", – тип яҙҙы Өлфәт Мостафин.