Экология
6 Декабря 2019, 10:40

"Еҙем" тәбиғәт паркы туристарҙы йәлеп итә

Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм йәнлектәр һаҡланып ҡалған. Йылғаһында “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән балыҡтар йәшәй, үҙенсәлекле ҡоштар төрө бар. Умартасылыҡты үҫтереү өсөн бик яҡшы база булдырылған.

Ошо көндәрҙә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы Ғафури районының туристик индустрия вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда “Еҙем” тәбиғәт паркын үҫтереү юлдары ҡаралды.
Тәбиғәт паркы үҙенсәлекле тәбиғәт комплекстарын, һирәк осрай торған йәнлек һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау, туризм һәм ял ойоштороу маҡсатында булдырылған. Дөйөм майҙаны 36 мең гектар булған үҙенсәлекле был объект ғилми, тарихи-мәҙәни һәм этнографик әһәмиәткә эйә. Уның биләмәһендә Мәмбәт һәм Ҡуҙғанаҡ тип аталған иң бейек ҡаялар һәм Уралдағы иң оҙон “Еңеү” мәмерйәһе урынлашҡан. Еҙем йылғаһында бөтәһе 147 мәмерйә бар, был - Башҡортостан мәмерйәләренең 16 проценты. Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм йәнлектәр һаҡланып ҡалған. Йылғаһында “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән балыҡтар йәшәй, үҙенсәлекле ҡоштар төрө бар. Умартасылыҡты үҫтереү өсөн бик яҡшы база булдырылған.
Ғафури районындағы был урынға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү башланғысы менән Рус географик йәмғиәтенең төбәк бүлексеһе сыҡҡан. Алдан хәбәр ителеүенсә, проектты финанслау 2019 йылдың 1 ғинуарында “Экология һәм тәбиғәт ресурстары” программаһы сиктәрендә раҫланған. Паркты ойоштороу өсөн 16,6 миллион һум аҡса бүленгән.
– “Еҙем” паркының туристик өлөшө үҙ эсенә бер нисә мөһим позицияны алырға тейеш, – ти Республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы директоры Марат Хәсәнов. – Был, тәү сиратта, XVIII-ХIX быуаттарҙағы кеүек башҡорт ауылы күсермәһен төҙөү. Унда халыҡ кәсептәре, сувенирҙар булырға тейеш, тере концерт программалары, милли аш-һыу әҙерләнеп торорға, мәмерйәгә һәм ҡаяларға турҙар ойоштороу, Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшөү булырға тейеш. Солоҡсолоҡ, бал табыу өлгөләрен күрһәтеү һәм был тауарҙарҙы туристарға һатыу, туристик базалар һәм приюттар төҙөү, йәйәүле маршруттар эшләү бурысы тора. Әлеге йүнәлештәрҙе үҫтереүҙә төп урынды бизнесҡа бирергә кәрәк. Был Рәсәй генә түгел, сит илдәрҙән дә туристарҙы йәлеп итәсәк һәм дөйөм төбәк туризмын үҫтереүгә йоғонто яһаясаҡ.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
Фото: Башинформ.
Читайте нас