Экология
18 Декабря 2019, 05:30

Ҡоҙоҡ өсөн дә түләргә тура килер

Яңы закон, депутаттар әйтеүенсә, эсәр һыу сығанаҡтарын һаҡлауға йүнәлтелә һәм ул кемдәргә ҡағыласаҡ?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо аҙнала пленар ултырышта баҡсасылыҡ ширҡәттәрен ҡоҙоҡтан файҙаланған өсөн 7500 һумлыҡ лицензия алырға мәжбүр итеүсе закон ҡабул итергә йыйына.
Яңы закон, депутаттар әйтеүенсә, эсәр һыу сығанаҡтарын һаҡлауға йүнәлтелә һәм ул бөтә баҡсасыларға ла ҡағылмаясаҡ. Был хаҡта Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
-Һыу - беҙҙең ҡиммәтле ресурс. Ҡайһы бер илдәр сифатлы эсәр һыуға ҡытлыҡ менән осрашты ла инде, һәм был проблема көсәйә генә,- тип билдәләне Константин Толкачев. - Үҙҙәренең участкаһында тормош кәрәк-яраҡтары өсөн ҡоҙоҡ йәки скважина ҡаҙған кешеләргә закон ҡағылмаясаҡ. Әгәр ҙә баҡсасылыҡ ширҡәтендә скважина ярҙамында һыуҙы ҙур күләмдә файҙаланыу өсөн һыу үткәргес ойошторолған булһа, лицензия алырға тура киләсәк.
Лицензия алыу мөмкин тиклем ябайлаштырыласаҡ. Бөтә баҡсасылыҡ ширҡәте өсөн 25 йылға 7500 һумлыҡ документ ҡиммәт түгел, тип иҫәпләй депутаттар. Лицензия алған баҡсасылыҡ ширҡәте бының менән ресурстарҙы эшҡыуарлыҡ өсөн түгел, ә бары хужалыҡ-көнкүреш маҡсатында файҙаланыуын раҫлай тигән һүҙ.
Фото: Yandex.kz
Читайте нас