Ауырғазы районының һыу ятҡылыҡтарында балыҡты ҡотҡарыу буйынса “Мәке уябыҙ – балыҡты ҡотҡарабыҙ” акцияһы уҙҙы. Сарала Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры кәңәшсеһе Миҙхәт Хәсәнов һәм район вәкилдәре ҡатнашты. Улар биологик мөхитте һауа менән тәьмин итеү маҡсатында 180 мәке уйҙы.
- Ҡышҡыһын ҡалын боҙ аҫтында балыҡ тонсоға. Барлыҡ тереклек һәләк була. Һыуға һауа үтеп инһен өсөн, һыу ятҡылыҡтарында мәке уябыҙ. Ҡышын бындай һауа – балыҡ өсөн иң яҡшы бүләк, – тип белдерҙе Миҙхәт Хәсәнов.
Ауырғазы районында экологик акция ике көн дауам итте, әммә бындай саралар бер-ике көн менән генә сикләнергә тейеш түгел, сөнки һәр һыу ятҡылығындағы, быуалағы, күлдәге балыҡтар ярҙамға мохтаж.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.