Быйыл ошо проект нигеҙендә Асҡын, Борай райондарында һыу бүлеү буйынса өс объект төҙөү, Туймазы, Ҡариҙел, Краснокама, Күгәрсен, Мишкә, Өфө һәм Хәйбулла райондары халҡын таҙа һыу менән тәьмин итеү планлаштырыла. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев әйтеүенсә, 2020 йылда был эшкә 1,2 миллиард һум йүнәлтеү, ә 2024 йылға тиклем программаны 4,25 миллиард һум күләмендә финанслау ҡарала.
Әле республикала халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү күрһәткесе 87,6 процент тәшкил итә. 2024 йылға уны 92,5 процентҡа еткереү күҙаллана. “Таҙа һыу” проекты программаһына республиканың 19 районындағы 50 биләмә индерелгән.