Экология
4 Июня 2020, 20:25

Баш ҡалабыҙ таҙалығын улар хәстәрләй

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 66710 тонна күләмдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡ сығарылған. Шуның 1400 тоннаһы эшкәртеүгә ебәрелгән.

Үткән йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең 69 төбәгендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы эшләй башланы. Республикала сүп-сарҙы йыйыу һәм утилләштереү өсөн дүрт төбәк операторы билдәләнде. Өфө ҡалаһы 1-се, йәғни “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы биләмәһенә инә.
“Сүп-сар реформаһы”ның маҡсаты – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе заманса, экологик йәһәттән хәүефһеҙ тармаҡҡа әйләндереү, рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән ҡыйлыҡтарҙы юҡ итеү, яңыларының барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау.
"Сүп-сар реформаһын башлап ебәреү еңелдән булманы. Тәү сиратта контейнерҙар етмәү проблемаһы ҡалҡып сыҡты. Был мәсьәләне хәл итеүгә ҙур тырышлыҡ һалынды. Уларҙы һатып алыу өсөн республика Башлығы тарафынан аҡса бүленде. Бөгөн беҙҙең биләмәгә тағы биш мең самаһы контейнер талап ителә. Бынан тыш, квитанциялар һәм сүп-сар контейнерҙары өсөн майҙансыҡтар бүлеү йәһәтенән мәшәҡәттәр булып алды. Был мәсьәләләр граждандарҙың йыйылышында хәл ителә. Бөгөн квитанциялар халыҡҡа тулыһынса барып етә, тип әйтә алабыҙ. Коронавирусҡа бәйле хәл килеп тыуғаны бирле халыҡ тарафынан сүп-сар өсөн түләүҙәр бер аҙ һүлпәнәйҙе", - тип билдәләне “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы директоры урынбаҫары Ринат Биккинин.
Предприятие тарафынан бирелгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан улар тарафынан 66710 тонна күләмдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡ сығарылған. Шуның 1400 тоннаһы эшкәртеүгә ебәрелгән. Сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексының хеҙмәт етештереүсәнлеге йылына 80 мең тонна тәшкил итә.
Бөгөн предприятие ҡарамағында 193 берәмек автомобиль һәм трактор иҫәпләнә, шуның 115 берәмеген сүп-сар ташыу машиналары, 20-һен тракторҙар тәшкил итә. Уҙған йылдың ғинуарынан парк 27 берәмек яңы техника менән тулыланған. Көн һайын предприятиеның 100 махсус автомашинаһы 84 маршрутты хеҙмәтләндерә.
“Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһының сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексына килтерелгән ҡалдыҡтар түбәндәге төрҙәргә бүлеп айырыла: ҡатырға, төҫлө металл, пластик һәм полиэтилен. Артабан улар брикет рәүешендә нығытылып, эшкәртеүсе заводҡа оҙатыла.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу буйынса предприятие ике йүнәлештә эшмәкәрлек алып бара. Беренсеһе – ПЭТ-һауыттарҙы һәм пластикты селтәр рәүешендәге контейнерҙарға йыйыу. Уларҙың һыйҙырышлығы – 1,4 м3. Ундай майҙансыҡтарҙа башҡа төрлө сүп-сар сорттарға бүленмәгән контейнерҙарға һалына. Ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙың бындай алымы 201 контейнер майҙансығында бойомға ашырыла.
Икенсе йүнәлеш – ҡалдыҡтарҙы өс төргә (пластик, быяла һәм ҡағыҙ) бүлеп йыйыу. Был алым 94 контейнер майҙансығында һәм баш ҡаланың 37 белем биреү учреждениеһында ҡулланыла.
Ағымдағы эшмәкәрлек менән бер рәттән, граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса эшләү ҙә дауам итә. Быйыл колл-үҙәктең “ҡыҙыу линия” телефонына 5093 шылтыратыу ҡабул ителгән. Бынан тыш, мобиль сервис мессенджерҙары 2140 хәбәр ҡабул иткән.
Фото: ufacity.info
Читайте нас