Бөгөн Рәсәйҙә Ҡағыҙ ҡулланмау көнө билдәләнә. Үҙенсәлеге шунда – ул тәбиғәткә генә түгел, бизнесҡа ла ярҙам итә. Электрон документ әйләнеше ҡағыҙҙы һаҡларға, уны ҡайҙалыр ебәреүгә киткән сығымдарҙы ҡыҫҡартырға булышлыҡ ҡыла.
Ошо проблемаға иғтибар йүнәлтеү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Мәҫәлән, Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, 26 октябрҙән 15 ноябргә тиклем “Ҡағыҙһыҙ бер көн” тип аталған акция үтәсәк. Сараны Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән “Йәшел Башҡортостан” хәрәкәте ойоштора. Министрлыҡ республиканың барлыҡ башҡарма власть органдары, уҡыу йорттары, эре һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен сараға ҡушылырға саҡыра.
"Һөҙөмтәлә тәбиғәт ресурстарын һаҡлап ҡалыуға өлөш индерәсәкбеҙ. Йөҙ килограмм макулатура бер ағасты киҫеүҙән ҡотҡара икәнен онотмайыҡ", - ти “Йәшел Башҡортостан” хәрәкәте етәксеһе Максим Некрасов.
Акцияға ҡушылып, үҙегеҙҙең ҡағыҙһыҙ бер көндө нисек үткәргәнегеҙ тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙып, #ДеньБезБумаги хештегы ҡуйһағыҙ, ойоштороусыларҙан бүләк алығыуыҙ ҙа ихтимал.
Бар һорауҙар менән дә сараның кураторы Максим Некрасовҡа туранан-тура мөрәжәғәт итергә була: телефоны - 8 996 103 98 66.
Әйткәндәй, бер тонна ҡағыҙ йыйып, 17 ағасты, 26 000 литр һыуҙы, 4 000 кВт электр энергияһын, 240 литр яғыулыҡты һаҡлап алып ҡалып була.