Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Июль 2021, 08:00

Йәй уртаһында - көҙ биҙәктәре...

Урмандарҙа ҡайын япраҡтары һарғая башлаған.

Йәй уртаһында - көҙ биҙәктәре...
Йәй уртаһында - көҙ биҙәктәре...

Быйыл тәбиғәт үҙенең "мөғжизәлә"рен күрһәтеүҙән арынмай. Иртә яҙ менән йәй яңылышһа, хәҙер йәй менән көҙ "осраша" тип әйтерһең. Йәйҙең уртаһында Әбйәлил районы урмандарында көҙгө биҙәктәр хасил була башлаған. Урыны-урыны менән ҡайындар һарғайған, әйтерһең дә көҙ еткән. Был ни хәл тип хайран ҡалыусылар күп, әммә яуапты әлегә берәү ҙә әйтергә ашыҡмай. Күрәһең, тәбиғәт тә ҡайһы ваҡыт яңылышып ҡуялыр...

Ә һеҙҙең яҡтарҙа урмандар йәшелме әллә көҙ биҙәктәре аҡрынлап хасил була башланымы?

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: