Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Март 2022, 21:00

Алда - өмәләр

Өфөлә был сара иртәгә, 24 мартта, старт ала.

Алда - өмәләр
Алда - өмәләр

3 апрелдән 8 майға тиклем Башҡортостанда өмәләр планлаштырылған. 9 һәм 23 апрель Берҙәм өмә көндәре тип билдәләнгән. Өфөлә бындай сара алдағы кесе йомала, 24 мартта, старт ала. Ә ниңә, кесаҙналар һәр саҡ таҙа булырға тейеш!

Ошо хаҡта 23 мартта Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге вәкиле Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа сығыш яһаны.

Өмә уҙғарыу яңылыҡ түгел, аңлашыла. Ҡар ирей һәм көҙҙән йыйылған барлыҡ сүп-сар күренә башлай.

Ҡаланың рәсми сайтында “Таҙа Өфө” интерактив картаһы урынлашҡан: https://ufacity.info/ecology/

Муниципалитетта өмәләрҙән һуң йыйылған сүп-сарҙы һалыу өсөн махсус урындар ҡараласаҡ. Бөтә мәғлүмәт райондарҙың рәсми сайттарында һәм социаль селтәрҙәрендә урынлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда – дүрт төбәк операторы, улар биш төбәкте хеҙмәтләндерә:

“Спецавтохозяйство по уборке города” МУП-ы – [email protected]

Ҡыҙыу бәйләнеш: 8 800 347 8003;

“Дюртюлимелиоводстрой” МУП-ы – [email protected]

Ҡыҙыу бәйләнеш: 8-800-222-72-40;

“Эко-сити” төбәк операторы – [email protected]

Ҡыҙыу бәйләнеш: 8 (347) 298-04-90, 8 965-939-49-00 (Билайн), 8 989-959-49-00 (МТС), 8 937-497-49-00 (Мегафон);

“Экология Т” йәмғиәте – [email protected],

Ҡыҙыу бәйләнеш: 8 (800) 250-01-85, 8 (34782) 2-44-03.

Тәүлеккә һандар. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары “Иҡтисад һәм бизнес” темаһы буйынса 98 мөрәжәғәтте теркәгән, ул беренсе урында. Икенселә - юлдар (87), өсөнсөлә - һаулыҡ һаҡлау (86).

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: