Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Май 2022, 13:30

Әлегә ҡыуанырға иртәрәк...

2020  йылдың көҙөндә Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙы билдәһеҙ кешеләр тамырынан ике яҡлап ҡырҡҡан ине

Әлегә ҡыуанырға иртәрәк...
Әлегә ҡыуанырға иртәрәк...

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районындағы Ҡужан өлтөк (бөҙрә)  ҡарағастары йәнә сәскә атҡан, уларҙа йәшел ылыҫ күренгән, әммә шул уҡ ваҡытта әлегә был хәлгә ҡыуанырға иртәрәк.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл ағастарҙың һәләк булыу процесы көсәйҙе. Ағастарға терелеп китергә ярҙам итергә тырышабыҙ, әммә улар, мәҫәлән, кешеләрҙе онкологиянан дауалаған кеүек иғтибарға мохтаж. Дауаламаһаң, тиҙ һәләк булалар, ә терапия ярҙамында оҙағыраҡ йәшәйҙәр. Бында ла шундайыраҡ хәл күҙәтелә, - тип белдергән өлтөк (бөҙрә)  ҡарағастарҙы ҡотҡарыу буйынса эш төркөмө етәксеһе Илгиз Һөйөндөков.

Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Чибилёв Ҡужан ҡарағастарының бөгөнгө яҙмышыын уникаль күренеш тип баһалай. Вандализмдан һуң икенсе йыл сәскә атыуҙары – яҡшы билдә, ти ул.

Ғалимдың фекеренсә, хәҙер фәнни йәмәғәтселек алдында өс мәсьәлә тора: ағастарҙың хәлен артабан да яҡшыртыу, уларҙан “тоҡом” ҡалдырыу һәм Көньяҡ Уралдың башҡа райондарындағы ошондай уҡ ағастарҙың иҫәбен алыу. 

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2020  йылдың көҙөндә Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙы билдәһеҙ кешеләр тамырынан ике яҡлап ҡырҡҡан ине. Был хәл бөтә республика халҡын шаҡ ҡатырҙы, уникаль ҡарағастарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө саралар күрелде. Яҙ көнө бер төркөм ғалимдарҙан торған делегация унда барып, илдә беренсе тапҡыр бик уникаль операция эшләне. Улар ҡырҡылған ҡарағастарға донор ағас беркетеп, уларҙы "ямап" ҡуйҙы.

Фото: Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: