Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Август 2022, 23:15

Торналар киткән саҡта...

Орнитологтар һеҙҙән ниндәй мәғлүмәттәр көтә? Был хаҡта - яҙмала.

Торналар киткән саҡта...
Торналар киткән саҡта...

Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостандағы филиалы һәм Ҡоштарҙы һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе республика халҡынан һәм ҡунаҡтарынан орнитологтарға һоро торналар тупланмаһы урындары тураһында хәбәр итеүҙәрен һорай.

Ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәғлүмәт түбәндәгесә: ҡоштар ниндәй ауыл эргәһендә туҡтаған, нисәү төшкән. Өҫтәмә мәғлүмәтте анкета тултырып күрһәтергә мөмкин. Белгестәр, мөмкин булһа, фото йәки видео төшөрөүҙе һәм ебәреүҙе үтенә. Мәғлүмәтте электрон почта - [email protected] йәки WhatsApp 8937-35-61-340 аша ебәрергә мөмкин. Сентябрь дауамында ҡабул ителәсәк.

"Ҡоштар иҫәбен алыу"ҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла диплом аласаҡ, ә иң ҡиммәтле мәғлүмәтте ебәреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән.

Фото: photocentra.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: