Иҫке Собханғол ауылы халҡын был тәбиғәт күренеше һиҫкәндергән. Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе Азамат Баҙамшин әйтеүенсә, ер кисә төш мәлендә убылған.
– Төшкә ҡарай тышта ниндәйҙер гөрһөлдәгән тауыш ишетелгәндәй булды. Аптырап киттем. Бер аҙҙан ихатаға сығып ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, өйҙән 5-6 метр ситтәрәк соҡор хасил булған. Уның тәрәнлеге – биш метр тирәһе. Шау балсыҡлы ер ҡайҙа төшөп китеп юҡ булғандыр? Баҡса ҡапҡаһы бағаналары менән эленеп тороп ҡалған былай, һайғауына эләгеп, – тип һөйләгән ир район гәзитенә.
Сығанаҡ: vk.com/bstnews