12 апрелдә Өфөлә Экологик форум һәм VII “Экология һәм технологиялар” махсуслаштырылған күргәҙмәһе үҙ эшен башлай. Ул өс көн, 14 апрелгә тиклем дауам итәсәк.
Экологик форум – төбәктә бизнес, шулай уҡ йәмәғәтселек һәм халыҡ яғынан экологик мәҙәниәтте үҫтереүҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән берҙән-бер күп тармаҡлы күргәҙмә проекты.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов билдәләүенсә, сара барышында республикала “Рәсәй һыуы” акцияһына старт биреләсәк. Шул уҡ көндө РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, БР Хөкүмәте һәм ике сәнәғәт предприятиеһы араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ Беларусь Республикаһынан Башҡортостанға зубрҙарҙы индереүгә әҙерлек һәм килтерелгәндәрен беренсел яраҡлаштырыу буйынса комплекслы саралар планына ҡул ҡуйыу тантанаһы үтәсәк.
– Форум һәм күргәҙмә экологик именлекте тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса ҡатмарлы һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер, тип ышанам, – тине Нияз Фазылов.
Форумдың эшлекле программаһының төп сараһы – “Һауаның бысраныу факторҙары. Мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары” темаһына пленар сессия буласаҡ.
Уның модераторы булып Рәсәй экология йәмғиәте башлығы, “Экология” милли проектының Йәмәғәт-эксперт советы рәйесе Рәшид Исмаилов сығыш яһай.
Эшлекле программа сиктәрендә федераль һәм төбәк спикерҙары ҡатнашлығында 20 тармаҡ дискуссия майҙансыҡтары һәм түңәрәк өҫтәлдәр уҙасаҡ.
Экологик форумға РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Константин Цыганов етәкселегендәге рәсми делегация килә, делегация составына Удмурт Республикаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Силәбе, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән, Татарстандан, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан төбәк министрлыҡтары вәкилдәре инә. Форум эшендә шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, РФ Дәүләт Думаһы, РФ Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик именлек өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм көйләү департаменты вәкилдәре, тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары етәкселәре ҡатнашасаҡ.
Форум сиктәрендә III Экологик эшҡыуарҙар съезы һәм “Сәләмәт мөхит” халыҡ-ара ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Унда экосистемаларҙы бысратыуҙың экологик, иҡтисади һәм социаль проблемалары, атмосфера һауаһын һәм халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарын бысратыу проблемалары тикшереләсәк.
Форумдың программаһында “Экология. Ижад. Балалар. Киләсәк һөнәрҙәре буйынса р эко ҡала” күргәҙмәһе барышында экология йүнәлешендәге яңы һөнәрҙәр атласы буйынса оҫталыҡ дәрестәре, “Эко Арт – кәрәкмәгән әйберҙәрҙәге яңы тормош!” икенсел сеймалдан балалар эштәре күргәҙмәһе, “Ғаиләмдең экологик ғәҙәттәре” видеороликтарын күрһәтеү ҡаралған.
Күргәҙмәлә Рәсәйҙең туғыҙ төбәгенән: Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан, Пермь, Красноярск крайынан, Мәскәү, Силәбе, Свердловск һәм Төмән өлкәләренән 50-нән ашыу компания ҡатнаша.
Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/20658/