Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Ноябрь 2025, 20:25

Һеҙ пластик һауыт, пакет ҡулланырға яратаһығыҙмы?

Бөгөн океандарҙа сүп-сар утрауҙары йөҙә. Улар халыҡ ташлаған ҡалдыҡтар иҫәбенә йылдан-йыл ҙурая бара. Уның яҡынса майҙаны 700 меңдән 1,5 миллион квадрат километрға тиклем, бында 100 миллион тоннанан ашыу ҡалдыҡ тупланған тип фаразлана.

Һеҙ пластик һауыт, пакет ҡулланырға яратаһығыҙмы?
Һеҙ пластик һауыт, пакет ҡулланырға яратаһығыҙмы?

Бөгөн көнкүрештә пластик ҡулланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Кибет кәштәләрендәге һәр аҙыҡ-түлек шундай ҡаптарға бүлеп һалынған. Дөйөм йәшниктәгеһен дә мотлаҡ полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып алабыҙ һәм ҡайтыу менән шыптырҙы сүп-сар һауытына ырғытабыҙ. Пластик шешәләге һут, һыу, һөт-ҡатыҡты эсәбеҙ, туҡланыу үҙәктәрендә бер тапҡыр ҡулланыла торған тәрилкәгә ризыҡ һалдырып алабыҙ, магазинға инеү менән һатыусылар “пакет кәрәкме?” тип һоноп тора. Уңайлы, рәхәт, таҙа. Ә шул рәхәтлектең тотош кешелекте ниндәй фажиғәгә килтереү ихтималлығын уйлап та бирмәйбеҙ.

Элек һәм хәҙер

Уйлап ҡараһаң, совет осоронда был мәсьәлә, йәғни көнкүреш ҡал­дыҡтарын мөмкин тиклем зыянһыҙ итеү ярайһы уҡ уйланған һәм яйға һалынған булған. Полиэтилен ҡап­сыҡтарҙы йыуып, киптереп ҡулла­ныуҙы һөйләһәң, бөгөнгө балалар ышанмай. Ныҡ кәрәкле осраҡтар өсөн генә файҙаланылды улар. Магазинға сепрәк моҡсай йәки ептән үрелгән биштәр (“авоська” тиҙәр ине) менән йөрөү ғәҙәти күренеш булды. Һөт-ҡатыҡ ҡаты ҡағыҙ һауытта йәки быяла шешәлә һатылды, хатта печенье, кәнфит кеүек тәм-томдо ла һоро төҫтәге ҡа­ғыҙҙан кулекка һалып бирер­ҙәр ине. Ҡағыҙ ҡап сүп-сар һауы­тына эләккән хәлдә лә тиҙ тарҡала, утҡа яҡһаң да зыяны юҡ. Быяла шешәләр ярайһы уҡ яҡшы хаҡҡа кире ҡабул ителде, шуға күрә бер кем дә уларҙы ташламаны.

Бөгөн беҙ ошо сәйәсәттең дөрөҫ булыуын таныйбыҙ, көнкүрештә пластик ҡулланыуҙың, уны сүп-сар булараҡ ташлауҙың зыяны тура­һында һөйләйбеҙ, хатта кален­дарҙа “Пакеттан баш тартыу көнө” кеүек даталар ҙа булдырабыҙ, әммә шунан ары китә алмайбыҙ.

Эйе, тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән ниндәйҙер аҙымдар яһала. Мәҫәлән, ҡалдыҡтарҙы айырып ҡабул итеү һәм артабан эшкәртеү өсөн контейнерҙар булдырыла, пластик шешә ҡапҡастарын йыйыу, батарейка тапшырыу буйынса акциялар уҙғарыла, йылға-күл буйҙарын таҙартыу йәһәтенән экологик өмәләр ойошторола. Әммә былар тотош кешелек киңлегендә тәбиғәткә килтерелгән зыян менән сағыштырғанда, диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә.

Океанда сүп-сар утрауҙары йөҙә

Бөгөн океанологтар, экологтар донъя океанындағы сүп-сар утрауҙары проблемаһы тураһында саң ҡаға. Уларҙың иң ҙуры Тымыҡ океанда урынлашҡан. Уны “Тымыҡ океандың ҙур сүп-сар табы” йәки “Көнсығыш сүп-сар ҡитғаһы” тип атайҙар. Был утрау океандың төньяҡ өлөшөндә булып, Көньяҡ Америка һәм Азияның көнсығыш өлөшөнән ташланған ҡалдыҡтар иҫәбенә йылдан-йыл ҙурая бара. Уның яҡынса майҙаны 700 меңдән 1,5 миллион квадрат километрға тиклем, бында 100 миллион тоннанан ашыу ҡалдыҡ тупланған тип фаразлана.

Океанологтар билдәләүенсә, ҡалдыҡтарҙың яҡынса 80 проценты материктарҙан, йәғни ерҙән килә, ә ҡалғаны – асыҡ диңгеҙ һәм океан­дарҙағы караптарҙан ташланған сүп-сар.

Көнсығыш сүп-сар ҡитғаһы башлыса пластиктан тора. Төрлө ҙур­лыҡ­тағы шешә, контейнер, поли­эти­лен ҡапсыҡтар, йылдар буйы бер-береһенә уҡмашып, йөҙөп йөрөгән утрау барлыҡҡа килтергән. Яҡтылыҡ һәм һыу тәьҫирендә ваҡ­ланған хәлдә лә, пластик үҙ струк­тураһын юғалтмай һәм диңгеҙ хай­уандары өсөн зарарлы “ризыҡ­ҡа” әйләнә. Бөгөн балыҡтарҙың, гө­бөр­гәйелдәрҙең, диңгеҙ ҡошта­ры­ның ашҡаҙанында пластик ҡап­ҡастарҙың, ут тоҡандырыу ҡора­мал­дарының (зажигалка) булыуы – ғәҙәти күренеш. Киттарҙың, дель­финдарҙың, полиэтилен ҡапсыҡ­тарҙы йотоп, күпләп һәләк  булыуы тураһында күптәрегеҙ уҡығаны, ишеткәне барҙыр. Бахыр хайуан һыу эсендәге ҡапсыҡты медуза йәки ашарға яраҡлы башҡа төрлө йән эйәһе тип ҡабул итә һәм ашҡаҙанын ошо ҡурҡыныс материал менән тултыра. Ахыр сиктә ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге тулы­һынса сафтан сығып, диңгеҙ хайуаны аслыҡтан һәләк була. Ҡор­бандар һаны йыл һайын йөҙҙәрсә, меңдәрсә тәшкил итә. Ғалимдар белдереүенсә, әгәр океан һыуҙа­рын бысратыу ошо темпта барһа, 2050 йылға ундағы пластик ҡал­дыҡтар балыҡтар һанына ҡара­ғанда күберәк буласаҡ, шуға күрә яр буйында һут йәки һыу эскән плас­тик стаканды йәки шешәне  ташлар алдынан уның бер ғәйепһеҙ йән эйәһе өсөн үлем сығанағы булыу ихтимал­лығын онотмағыҙ!

Мин нимә эшләй алам?

Тәбиғәтте һаҡлау, экологик мәҙә­ниәт тураһында күп һөйләргә, яҙыр­ға мөмкин. Бөгөн был хаҡта балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә аңлаталар, педагогтар бала­лар­ҙа тирә-йүнгә ҡарата һаҡсыл мөнәсә­бәт тәрбиәләргә тырыша. Әммә был изге эш ғаиләлә башланғыс алырға, атай-әсәй өлгөһөндә нығы­ты­лырға, ҡанға һеңдерелергә тейеш.

Һәр кем үҙенә “Тыуып үҫкән еремде, урман-ҡырҙарҙы, йылға-күлдәрҙе һаҡлау өсөн мин нимә эшләй алам?” тигән һорау бирһә ине. Был эште бәләкәй генә миҫалдарҙан башларға мөмкин.

Бынан бер нисә йыл элек беҙ йәшәгән биләмәләге сүп-сар контейнеры майҙансығында пластик өсөн айырым һауыт барлыҡҡа килде: ваҡ ҡына тимер рәшәткәле ике контейнер ҡуйылды. Быны күреү менән ғаиләмә “Бөгөндән пластикты айырым йыябыҙ” тип иғлан яһаным. Әлбиттә, башта пластик шешә йәки берәй төрлө тәм-томдан бушаған контейнер дөйөм сүп-сар һауытына төшөп ятҡыланы. Уны алып, эргәһендә махсус ҡуйылған пакетҡа күсереп һалам һәм баяғы иғланды тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрәм. Әкренләп был эш яйға һалынды.

Шуныһы ҡыуаныслы: беҙ йәшә­гән урындағы пластик өсөн тәғәйен контейнерҙар даими рәүештә тулып һәм бушатылып тора, тимәк, халыҡ ҡалдыҡтарҙы айырым йыя, тәғәйен урынына алып килеп һала. Артабан уларҙың сүп-сар полигонына алып барып ауҙарылмауына, ә эшкәртеү цехына барып етеүенә лә ышанғы килә.

Ғаиләбеҙҙә тотонолған батарейка һәм лампочкаларҙы ла айырым йыябыҙ. Күбәйеп китһәләр, тап ошо ҡалдыҡтар өсөн тәғәйен сүп-сар йәшнигенә алып барып һалабыҙ. Әлегә йәшәгән урыны­быҙҙа ундай контейнерҙар юҡ, әммә баш ҡаланың ҡайһы бер кварталдарында, мәҫәлән, “Мега” кеүек ҙур сауҙа үҙәктәре биләмәһендә осратырға мөмкин. Сафтан сыҡҡан батарейка артыҡ күп урынды алмай, мин уларҙы йыйыу өсөн ҡалай сәй һауыты тотам. Йылына бер тапҡыр тейешле урынға алып барып тапшырыу йәки бушатыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ.

Әгәр батарейканы ғәҙәти ҡалдыҡтар менән бергә сығарып ташлаһағыҙ, тирә-йүнгә иҫ киткес ҙур зыян килтерәһегеҙ! Бер батарейка 20 квадрат метр майҙанға тиң ерҙе зарарлай, шулай уҡ составындағы ауыр металдар менән 400 литр һыуҙы бысрата ала. Ошо һыу һәм зыянлы ҡал­дыҡтарҙан зарарланған ерҙә үҫте­релгән аҙыҡ аша кеше үҙен ағыу­лай, организмын ҡаҡшата. Төрлө сирҙәрҙең, айырыуса онкология осраҡтарының артыуы тәү сиратта экология мәсьәләһенә барып тоташа.

Мәҡәләгә исемде яҙыусы Лира Яҡшы­баеваның китабының ата­маһы менән “Бөтәбеҙгә бер Ер ша­ры” тип алдым. Ысынлап та, Ер шары – уртаҡ йортобоҙ. Һәр кем йәшәгән фатирына, автомобиленә, йорт йыһазына һаҡсыл мөнә­сәбәттә булырға тырыша, шул уҡ ваҡытта дөйөм йортобоҙҙо ҡый­лауҙан, уға вәхшиҙәрсә мөнәсә­бәттән һис тә тартынмайбыҙ. Бы­ның менән Ерҙәге йәшәйеште юҡҡа сығарыу көнөн яҡынайты­уыбыҙ хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас