Солтанғужиндарҙың кәсебе нәҫелдән килә.
Беҙ бала саҡта ауылдарҙа умарта тотоусылар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалғайны. Ә солоҡсолоҡ бөтөнләй онотолғайны. Бары тик йыуан ағастың эсен соҡоп, солоҡҡа тартым эшләнгән умарталар (беҙҙең яҡта уларҙы “киҫкә” тип йөрөтәләр) ғына файҙаланылды. Әсәйем менән инәйем мәрхүмәләрҙең 10 – 15 умартаһы булды һәм, уларға ҡарап, ҡортсо эшенең ни ҡәҙәре мәшәҡәтле икәнлеген, ниндәй сабырлыҡ һәм оһол талап итеүен үҙ күҙҙәрем менән күреп үҫтем. Бал ҡорттары күпләп бал йыйған осорҙа аласыҡта бал айыртыу машинаһын әйләндереп, ололарға ярҙам итеү минең елкәгә төшә торғайны. Әммә күпме генә теләһәм дә, умарта ҡарауҙан мәхрүм булдым, сөнки миндә бал ҡорто сағыуына көслө аллергия ине.
Үҙгәртеп ҡороуҙар заманы килеп, ауылда халыҡ эшһеҙ тороп ҡалғас, боронғо кәсептәр яңынан тергеҙелә башланы. Шуға бәйле ҡортсолоҡ, ҡымыҙсылыҡ, йәшелсәселек тармаҡтары йылдам үҫеш алды. Кемдер үҙ бәхетен йылҡы малын үрсетеүҙә тапһа, кемдәрҙер умартасылыҡты ҡулай күрҙе.
Йылайыр районының төпкөлдәге Ашҡаҙар ауылынан Хәбир Солтанғужин өсөн дә нәҡ бына ошо һуңғы кәсеп таныш та, отошлораҡ та тойола. Беренсенән, әсәһе яҡлап ҡартатаһы ғүмер баҡый умарта тотоп йәшәгән һәм үҙ эшенә ейәндәрен дә йәлеп иткән, уларға бал ҡорто менән эш итеү нескәлектәрен төшөндөргән.
Хәбир ағай бала саҡтан күҙ һалып йөрөгән ауылдаш ҡыҙы Сәйҙә апайға өйләнгәс, ҡайныһы Зиннәт ағайҙың да ошо “ауырыу”ға дусар икәнен аңлай һәм уға йыш ҡына ҡул ярҙамы күрһәтә. Тора-бара үҙендә лә бал ҡорттары үрсетеү теләге уяна.
Ҡартатаһы Исмәғил Түләшев бүләк иткән бер бал ҡорто күсенән башланып китә Хәбир ағайҙың умартасылыҡ шөғөлө. Инде ярайһы ғына олоғайған ҡартатаһы үҙенән һуң яратҡан кәсебен дауам итерҙәй вариҫы булыуға бик ҡыуанғандыр инде – уға тағы ла ике умарта һайлап алырға рөхсәт итә. Шуға ҡайныһы Зиннәт Буранбаев бүләк иткән тағы ике умарта ҡушыла.
Тәүге йылдарҙа ҡортсолоҡ эшенә әллә ни барымы булмаһа ла, бер нисә йылдан эштең айышына төшөнә ул. Ҡатыны ла ярҙам итеп тора. Оҙаҡламай ҡыҙ-улдары ла ҡул араһына инә башлай. Бер нисә йылдан Солтанғужиндарҙың шәхси хужалығында умарталар һаны етәүгә етә.
— Баштараҡ төшөнөп алғансы ауырыраҡ булды, – ти хәҙер инде 30 йылдан ашыу тәжрибәһе булған Хәбир Ғәзизйән улы. – Унан яйлап-яйлап өйрәнәһең, хатта ҡайһы умарталағы бал ҡорттарына нисегерәк мөғәмәлә итергә кәрәклегенә тиклем төшөнөп китәһең. Сөнки бал ҡорттары төрлө була – йыуаштары, уҫалдары бар. Ғөмүмән, улар янында үҙеңде тыныс, ипле тотоу зарур, сөнки шарт-шорт йөрөгәнде, сәбәпһеҙгә тауышланғанды ҡорттар яратмай...
Бынан бер нисә йыл элек Хәбир ағайҙың йәйге умарталығында уның һәм ғаиләһенең бал айырыу эше менән ентекләп танышыу мөмкинлеге сыҡты. Йөҙләп умартаһы булған урман төпкөлөндәге кескәй аҡланды уратып йүкә ағастары үҫә. Йәйләүгә етмәҫ элек үк танауҙы таҙа бал еҫе ярып алып барғандай. Килеп етеү менән хужа менән улы, махсус кейемдәрен кейеп, умарталыҡҡа инеп тә китте һәм барлыҡ умарталарҙы тыш яҡлап ҡарап-тикшереп сыҡты.
Ә мин – бал ҡортонан ҡурҡҡан кеше – мал-фәлән инмәһен өсөн өсәр һайғау менән уратып кәртәләнгән умарталыҡ тышына күҙ һалам. Уны тирәләп үҫкән ҡайындарҙың аҫҡы ботаҡтарына тош-тош урында тимер төрәндәр эленгән, бер нисә урында тимер мискәләр түңкәрелгән. Шуға иғтибар иттем: мискәләрҙең тышында кеше ҡулы аша пәйҙә булған үҙенсәлекле эҙҙәр бар... Аҙаҡ Хәбир ағай аңлатҡанса, бындай ҡулайламалар бал яратҡан “тайыштабандар”ҙы өркөтөү өсөн ҡуйылған икән.
— Төнөн умарталарға айыуҙар һөжүм итә, – тип аңлатты Хәбир Ғәзизйән улы. – Шуға кис, ҡайтыр алдынан, әлеге төрәндәр менән мискәләргә һуҡҡылап алабыҙ – тимер сыңы, мискә дөбөрләүе айыуҙарҙы өркөтә. Шулай ҙа бер нисә мәртәбә умарталарҙы ауҙарып киткеләнеләр. Бал еҫе ылыҡтыра инде уларҙы...
Етмәһә, йүкәлектәр — айыуҙарҙың яратҡан төйәге лә. Ағастар сәскә атҡан саҡтағы хуш еҫкә эйәләй улар. Ә умартасы бал ҡорттарының ана шул сәскәләрҙән һут йыйыуын хуп күрә. Аҡһыл-һарғылт төҫтәге йүкә балы иң сифатлыһы булараҡ дан алған һәм һатып алыусылар ҙа, нигеҙҙә, ошо балда туҡтала. Һәр хәлдә тайыш- табан татлы ризыҡтың тәмен һәм файҙаһын беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ беләлер әле...
Табынға ҡәҙәр бал алыу өсөн күпме хеҙмәт, көс, сабырлыҡ талап ителгәнен Хәбир ағай, уның ҡатыны Сәйҙә еңгәй һәм улы Замир миңә тәфсирләп һөйләп һәм эш барышын ғәмәлдә күрһәтеп таныштырҙы. Тотош ғаилә менән башҡарылған эш күптән өйрәнелгән һәм күнегелгән кәсеп улар өсөн. Бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, тауыш-тынһыҙ, һәр кем үҙ эшен үҙе белеп атҡара.
Ғаилә башлығы умартаны асып рамдарҙы ала һәм хужабикәгә тапшыра. Сәйҙә еңгәй кәрәҙҙәрҙең ҡорттар ҡаплаған япмаларын үткер бысаҡ менән ҡырҡып таҙалай һәм Замирға тоттора. Ә уныһы, үҙ сиратында, рамдарҙы бал айырғыс махсус аппаратҡа теҙә бара. Рамдар аппаратҡа ҡуйылып бөткәс, ашыҡмай ғына уны әйләндерә башлай һәм бер аҙҙан һауыттарға хуш еҫле һап-һары ҡуйы шыйыҡса ҡойола...
Умарталыҡтан ҡайтҡас, йорт хужаһы бал ҡорттарын нисек ҡышлатыуы тураһында бәйән итте. Баҡһаң, ул умарталарын баҙға төшөрөп мәшәҡәтләнмәй, ә бер нисә рәткә теҙеп, күрән менән ҡаплап ҡуя икән. Күрәнгә сысҡан да эйәләшә һалмай, йылыны ла һәйбәт тота, ти.
Республикала үткәрелгән төрлө сараларҙан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша улар. Мәҫәлән, былтыр Бөрйән районында үткәрелгән “Бөрйән балы – башҡорт даны” тигән этнофестивалдән Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләктәр менән ҡайтҡандар. Ә Солтанғужиндар етештергән балдың тәмен үҙебеҙҙең Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә, хатта Америкала ла татып беләләр, махсус заказ менән алдыралар...
Әлеге ваҡытта Солтанғужиндар бал ҡорттарын байтаҡҡа кәметкән һәм уларҙы тәрбиәләү ысулдарын да үҙгәрткән. Хәҙер улар умарталарҙы элекке ише трактор арбаһына тейәп-бушатып ыҙаламай, ә үҙҙәре эшләгән махсус арбаларҙа күсереп йөрөтә. Был ваҡытты ла һаҡлай, күп мәшәҡәттәрҙән дә ҡотҡара икән.
— Беренсенән, олоғая барыла бит инде, – тип аңлата йорт хужаһы, – бал ҡорттарын ҡарау һәм бағыу ҙур көс талап итә... Унан балалар ҙа эйәле-башлы булып бөттө. Нәфсене артыҡ һуҙмай йәшәргә лә ваҡыттыр, моғайын. Һәр хәлдә, үҙебеҙгә һәм балаларға етерлек бал алып торабыҙ, килгән-киткәндәргә күстәнәслеге лә ҡала...
Ысынлап та, Солтанғужиндарҙың оло ҡыҙҙары Рәмилә һәм улдары Замир баш ҡалабыҙ Өфөлә төпләнгән. Үҙҙәре балалар тәрбиәләйҙәр. Кинйә ҡыҙҙары Нурсилә иһә Ашҡаҙар ауылы егетенә кейәүгә сығып, шунда йәшәй. Оло Солтанғужиндар әле булһа кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрай.
— Дәрт иткән, егәре еткән кешеләр өсөн бал ҡорто тотоу иң төшөмлө кәсеп инде, – ти улар. – Бары йыбанма ғына!
Нәҫелдәренән ҡалған һәм быуындан-быуынға тапшырыла килгән кәсептәре менән маҡтаулы Солтанғужиндар.