Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
30 Май 2019, 00:13

Хәйбулланың үҙ сыры бар

Аҡъярҙан Тимерхан Хәкимов эшҡыуарлыҡтың яңы төрөнә тотондо: ҡаты һәм ярым ҡаты сыр етештереү буйынса цех асты.

Фото: Сәлимә Байгилдина.
Аҡъярҙан Тимерхан Хәкимов эшҡыуарлыҡтың яңы төрөнә тотондо: ҡаты һәм ярым ҡаты сыр етештереү буйынса цех асты.
Әле бында райондың сифатлы ҡуйы һөтөнән экологик яҡтан таҙа ризыҡ етештерелә. Продукцияның дүрт төрөн әҙерләү ҡаралған. Тәүлегенә 500 литр һөт эшкәртелә, аҡ район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан һатып алына.
Йәш йүнсел был эшкә тотонор алдынан Рәсәйҙең, сит илдәрҙең сыр етештереүселәре тәжрибәһен ентекле өйрәнгән.
Тиҙҙән сауҙа урындарында Хәйбулла сыры урын аласаҡ. Киләсәктә Тимерхан Хәкимов һөт етештереүҙең башҡа төрҙәрен, атап әйткәндә, ҡатыҡ, ряженка, кефир кеүек һөт эсемлектәрен әҙерләү теләге менән яна.