Баймаҡ районында магазинда һатып алыусыларҙың Әбйәлил билмәнен күпләп һорауҙарына иғтибар иттем һәм етештереүсеһе менән ҡыҙыҡһына төштөм. Ә инде Асҡарға юл төшкәс, Лена Зарипова менән танышыу форсаты сыҡты.
Кем хәтерләй икән Асҡар автовокзалында Хафиза апай Өмөтҡужинаның тәмле чебуректарын? Лена ҡул араһына ингәс тә әсәһенә ярҙам итә, эшкә өйрәнеп үҫә. Ә инде артабан әсәһенең һөнәрен дауам итергә ҡарар итә. Шөкөр, абруйға тап төшөрмәй. Алты йыл инде үҙ төбәген генә түгел, Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән райондарын ярымфабрикаттар менән тәьмин итә.
Унлап кешегә эш бирҙе уңған эшҡыуар. Әбйәлил оҫталары көнөнә күп төрҙәге 200 килограмм билмән етештерә. Шуныһы һөйөнөслө, итте ул райондаштарынан һатып ала, ризыҡ хәләл һәм сифатлы. Унан тыш, манты, пицца, кекс, бәлеш, самса һәм башҡа 30 төрҙәге аҙыҡ-түлекте көтөп ала бер тәмен белгән һатып алыусылар, йыш ҡына рәхмәт һүҙҙәрен ишетә бындағы оҫта ҡыҙҙар.
Лена Камил ҡыҙының, районда билдәле шәхес, әүҙем йәмәғәтсе, бағыусы булараҡ, башҡарған изге эштәре бихисап. Балаларға, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙамы ҙур. Район дауаханаһында балалар өсөн уйын бүлмәһен асып, йыһазландырыуҙы ла үҙ өҫтөнә алды. Хәҙер ата-әсәләр уңайлы шарттар өсөн рәхмәт әйтеп бөтә алмай.
Лена Камил ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ директор-2016” республика бәйгеһендә еңеп сыҡты. 2017 йылда иһә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт лидеры” конкурсында 2-се урынды яуланы. Ул “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең иң әүҙем ағзаһы булараҡ та күп эштәр башҡара. Асҡар ауыл биләмәһе депутаты ла әле ул. Ғаиләһенән дә уңды: ире Илнур Нурғаян улы һәр яҡлап ғаилә эшҡыуарлығына ярҙам итә, төҙөлөш, ҡорамалдар төҙөклөгө өсөн яуаплы.
Бына шундай күркәм ғаилә менән таныштым Әбйәлил районында. Уңыштар юлдаш булһын!