Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
2 Ноябрь 2021, 23:30

Эшкә йөрөмәгән көндәрҙә бизнесты тикшерә алалармы?

Был тикшереү Контроль сараларының берҙәм реестрына ингәнме, юҡмы - иң беренсе шуны аныҡлағыҙ.

Эшкә йөрөмәгән көндәрҙә бизнесты тикшерә алалармы?
Эшкә йөрөмәгән көндәрҙә бизнесты тикшерә алалармы?

30 октябрҙән 7 ноябргә ҡәҙәр дауам иткән карантин көндәрендә йүнселдәрҙең эшмәкәрлеген тикшереү туҡтатылып тора.

Был осорҙа эшҡыуарға тикшереү килде икән, ул иң беренсе шуны аныҡларға тейеш: был тикшереү Контроль сараларының берҙәм реестрына ингәнме, юҡмы? Һөҙөмтәлә өс вариант булыуы ихтимал.

1. Реестрҙа тикшереү хаҡында мәғлүмәт юҡ. Бындай осраҡта конролерҙың тикшерергә хаҡы юҡ. Эшҡыуарға инспекторҙар килеү фактын теркәп ҡуйырға кәрәк. Бынан һуң инде Рәсәйҙең Генпрокуратураһына һәм Иҡтисади үҫеш министрлығына ялыу яҙып ебәрергә.

2. Тикшереү тураһында берҙәм реестрҙа мәғлүмәт бар, әммә компания, сикләүҙәргә бәйле, эшләмәй. Бындай көндәрҙә, контроль тураһында ғәмәлдәге ҡанунға ярашлы (248-се ФЗ, 56-сы ст., 3-сө бүлек), тикшереү үткәрергә ярамай. Шулай итеп, инспекторҙар бындай сараны ойошмаларҙың эш графигына ҡарап ҡына үткәрә ала. Ошондай шарттар үтәлмәһә, йүнсел ялыу яҙа ала.

Әгәр ҙә эш дистанцияла алып барыла, йәғни хеҙмәткәрҙәр офиста түгел икән, тикшереүселәр йүнсел менән шәхси бәйләнешкә инмәй генә докуметтарҙы тикшерә ала. Талап ителгән ҡағыҙҙар уларға почта аша ебәрелә.

3. Тикшереү реестрҙа яҙылған, тик эшкә йөрөмәгән көндәргә тура килә. Контроль органдары, әгәр ҙә был көндәрҙә тикшереү үткәрелмәне икән, уны беренсе эш көнөндә атҡарырға хоҡуҡлы. Бындай осраҡта тикшереү ун көн урынына бер көн эсендә тамамланырға тейеш.

"Әгәр ҙә йүнсел контроль органдары эше менән риза булмаһа, ул судҡа тиклем ялыу биреү системаһын файҙалана ала. Был система быйыл йәй 53 төр тикшереү өсөн уйланылды, улар араһында иң күләмлеләре – янғын, хеҙмәт, санитар-эпидемиологик күҙәтеүҙәр. Эшҡыуарҙар тикшереү һөҙөмтәләренә дәғүәләрен "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы шәхси кабинет аша белдерә ала. Иҡтисади үҫеш министрлығы ялыуҙарҙы ҡарауҙы күҙәтеп барасаҡ, был процесс йылдам һәм файҙалы булырға тейеш", – ти Иҡтисади үҫеш министрлығының яуаплы департаменты директоры А. Вдовин. Мониторинг һөҙөмтәләренә ҡарағанда, судҡа тиклемге дәғүәләрҙең һәр дүртенсеһе тулыһынса йә өлөшләтә ҡәнәғәтләндерелә.

Башҡортостанда иһә министрлыҡ һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәре "Роспотребнадзор", хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә республика Башлығының юғары әҙерлек режимын индереү тураһындағы указын күҙәтеү барышын тикшереүҙе дауам итә.

Радий Хәбиров эшкә йөрөмәгән көндәрҙә ковид-19 таралыуға юл ҡуймау сараларының үтәлешен тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты.

Фото: khv27.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: