Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
13 Март 2022, 17:00

“Бәйләнештә” селтәре эшҡыуарҙарға нимә тәҡдим итә?

Үҙ эшен алып барыусылар өсөн бигерәк һөйөнөслө яңылыҡ

“Бәйләнештә” селтәре эшҡыуарҙарға нимә тәҡдим итә?
“Бәйләнештә” селтәре эшҡыуарҙарға нимә тәҡдим итә?

“Бәйләнештә бизнес” платформаһы эшҡыуарҙарға булышлыҡ итергә әҙер. Был хәбәр үҙ эшен алып барыусылар өсөн бигерәк һөйөнөслө яңылыҡ, шулай бит. Бында бер ниндәй түләүһеҙ “тулы ҡанлы” интернет-магазин асып ебәрергә мөмкин.

 Бының өсөн:

Иң башта эшҡыуарлыҡ төрөнә арналған сәхифә асырға һәм тауар, хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт ҡуйырға кәрәк.

Артабан махсус конструктор ярҙамында шәхси сайт та эшләп ебәрергә мөмкин.

Интернет-магазинда тауарҙар хаҡын VK Pay ҡулланмаһы аша түләү ҡаралған, ул бар Рәсәй банктарының карталарын ҡабул итә. Платформа тауарҙы башҡа төбәктәргә алып барыуҙы бушлай теркәргә лә ярҙам итә – быны Boxberry һәм СДЭК аша почта йә курьерҙар ярҙамында эшләргә була.

Башҡа платформала теркәлгән яҙылыусыларҙы QR-кодтар генераторы йәки бизнестың сәхифәһенә теркәлә торған ҡыҫҡа һылтанмалар аша күсереү булдырылған.

Тулы мәғлүмәттте https://vk.company/ru/press/releases/11108/ һылтанмаһы аша инеп уҡырға мөмкин.

Шуныһын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда эшҡыуарҙар йә үҙмәшғүлдәр (самозанятые) республика яғынан һәм федераль тарафтан дәүләт ярҙамына эйә була ала. Был бизнесҡа төшкән финанс һәм һалымдар көсөргәнешен кәметеүгә йүнәлтелгән. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров та тулы итеп яҙҙы: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_768148

Республикала “Минең бизнесым” (“Мой бизнес”) үҙәге нигеҙендә эшҡыуарҙар өсөн кризисҡа ҡаршы ҡыҙыу бәйләнеш булдырылды: 8 (347) 224-99-99 (эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан иске 8-гә ҡәҙәр эшләй).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: