Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
4 Май 2022, 19:00

Стәрлебаш фермерының ҡыярҙары күптән өлгөргән

Һарайҫа уңғандарының теплицалары 38 сутый ерҙе биләй.

Стәрлебаш фермерының ҡыярҙары күптән өлгөргән
Стәрлебаш фермерының ҡыярҙары күптән өлгөргән

Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында йәш фермер Илгиз Кәримовтың ҡыярҙары күптән өлгөргән. Был хаҡта “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте. Ул йәш фермерҙың эше менән яҡындан танышҡан.

Кәримовтар ғаиләһе был кәсеп менән күптән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта теплицалары 38 сутый ерҙе биләй. Тәүҙә аҙ күләмдән башлағандар, хәҙер йылдан-йыл арттыра баралар. Улар йәш фермерҙарға бирелгән грант ярҙамынан файҙаланған.

Уңған Кәримовтар иртә таңдан кискә тиклем бал ҡортондай эшләй. Ҡыярҙары халыҡҡа район магазиндары аша тарала. Эштәрендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фото Гөлнур Ҡолһаринаның “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Стәрлебаш фермерының ҡыярҙары күптән өлгөргән
Стәрлебаш фермерының ҡыярҙары күптән өлгөргән
Стәрлебаш фермерының ҡыярҙары күптән өлгөргән
Стәрлебаш фермерының ҡыярҙары күптән өлгөргән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: