Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
20 Декабрь 2022, 13:19

Иҫәновтар ауылға йән өрә

Башҡортостандың Спорт министрлығы.
Фото:Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Хужалыҡ ойошторолоуға – 16 йыл. Ул урынлашҡан Әбет ауылында бөгөн тормош йәнле, йыл әйләнәһенә баҫыуҙарҙа эш гөрләй, халыҡтың кәйефе күтәренке. Бының өсөн улар тәү сиратта үҙҙәренең ауылдашы Ғүмәр Иҫәновҡа рәхмәт әйтә.

Йәштән үк игенсе хеҙмәтенең ауырлығын күреп үҫкән егет, байтаҡ йылдар илдең төрлө тарафтарында эшләп йөрөһә лә, күңеле менән һәр саҡ тыуған ергә тартыла. Ауылына ҡайтып, тәүҙә пилорама аса. Эшләп тапҡан аҡсаға техника һатып ала. Ауыл халҡы менән аңлашып эшләү “Иҫәнов” крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороуға булышлыҡ итә. Ғүмәр Зиннур улы эштә талапсан, кеселекле һәм кешелекле, хеҙмәт кешеһе тураһында даими хәстәрлек күрә.

Эргәлә генә тиерлек Мәләүез, Салауат, Күмертау кеүек сәнәғәт үҫеш алған ҡалалар урынлашҡан. Шулай ҙа йәштәрҙең күбеһе ауылда ҡала һәм хужалыҡта эшләй. Бында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше 35-тән артмай. Хужалыҡ етәксеһе, иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларға йорт һалырға ярҙам итә, шуға ла йәштәр сәмләнеп эшләй.

Хужалыҡ игенселек һәм малсылыҡҡа йүнәлеш тота. Бөгөн бында 450 баш мал, шуның 150-һе – һауын һыйырҙары, 200 һарыҡ, 100 баш йылҡы малы аҫрала. Фермаларҙа ҡышҡа етерлек мал аҙығы тупланған.

Малсылыҡта эштәр көйлө бара, продукция етештереү йылдан-йыл арта. Башта ферма биналарының ныҡ иҫкереүе борсоған. Улар хужалыҡты ойошторған саҡта уҡ ярым-емерек булған, үҙ көстәре менән ремонтлап алғандар. Бынан дурт йыл элек Ауыл хужалығы министрлығынан грант отоп, быҙауҙар өсөн айырым бина, һыйыр һауыу цехы асалар. Тимәк, продукцияның муллығы тағы ла арта. Иң мөһиме, ауылда эш урындары күбәйә. Ә эшсе көс етерлек.

– Ауылдың бар байлығы игенсенең маңлай тире тамған ерҙән һәм тырышлығынан килә. Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа баҫыуҙарҙың ҡеүәтен арттырыу өсөн алдынғы технологияларҙы ҡулланыу көнүҙәк бурыс булып тора. Ике мең гектар самаһы еребеҙ бар. Баш агроном Илнур Иҫәнов тырыш егет булып сыҡты. Быйылғы уңыш һөйөндөрҙө, – тине Ғүмәр Зиннур улы.

Ул, яңы технологияларға юл асып, хужалыҡты интенсив үҫеш юлына сығарасағына ышана. Ауылдаштары иһә уның тырышлығын, булдыҡ­лылығын лайыҡлы баһалай.

– Йәштәр ауылда ҡала, шуныһы һөйөнөслө. Былтыр 35 бала донъяға килде. Тимәк, өҫтәмә эш урындары булдырырға, яңы йорттар һалырға кәрәк. Өс ер биләмәһе алдыҡ та инде.

Ҡасандыр Ленин исемендәге миллионер колхоздың баҫыуҙары тормош һынауҙарына бирешмәй. Ғүмәр Зиннур улы кеүек илһөйәрҙәр булғанда, ауылдарыбыҙ йәшәр, изге һөнәр – игенсе хеҙмәте маҡтауға лайыҡ булыр.

Читайте нас: