Миәкә районың Сафар ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Динар Мәхийәнов тыуған еренең, яҡташтарының проблемаларына бер ҡасан да битараф ҡалмай. Әле яңыраҡ, мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдашының ғаиләһенә трактор менән утын килтереп киткән.
“Беҙ уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тейеш”, - тигән фекерҙә ул.
Ауылды төҙөкләндереүгә бәйле башҡа сараларҙан да ситтә ҡалмай Сафар эшҡыуары. Күрше Туҡһанбайҙа күптән түгел “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы барлыҡҡа килгән обелиск эшенә лә үҙ өлөшөн индергән. Уны асыу тантанаһында Динар Мәхийәновҡа Рәхмәт хаты тапшырылған.
Бынан бер нисә йыл элек биш баш һыйырҙан үҙ эшен башлап ебәрә Динар. Ваҡыт үтеү менән малдары үрсей. Урын етмәй башлағас, элекке колхоз фермаһының ике бинаһын алып, төҙөкләндереп, малдар өсөн шарттар булдыра һәм эшен киңәйтә. Хәҙерге көндә быуаҙ һыйырҙары ғына 40 баштан аша, һимертеүгә аҫраған тана, үгеҙҙәре лә шул сама тирәһе. Бынан тыш, фермер йылҡы малдары ла аҫрай.
Хужалыҡ ит етештереүҙе маҡсат итеп ҡуйған, шуға ит йүнәлешендәге герефорд тоҡомлоларын үрсетеүгә иғтибар бирә.
Фермерҙың алға маҡсаты - артабан да эшен киңәйтеү, быйыл 100 гектар майҙанда бесәнлектәр алыу ҙа уға был мөмкинлекте бирә. Иң мөһиме - етештерелгән итте һатыуҙа ауырлыҡтар булмауы, был йәһәттән эштең көйләнеүе, тип билдәләй ул.
Динар Мәхийәнов кеүек ауыр саҡтарында ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙа белгән, тыуған төйәгенең киләсәге өсөн янып-көйгән, үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙарға таяна бөгөн илебеҙ.
Автор фотолары.