Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
23 Октябрь , 22:41

Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам итеү

Башҡортостан эшҡыуарҙарының уңыш тарихы: Владислав Пантюхин - «Фабрик косметик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә нигеҙ һалыусы; Дамир Губаев – микро йәшел тәмләткестәр үҫтереү буйынса бизнес ойоштороусы; Артур Воробьев - «Благоглэмп»ка нигеҙ һалыусы. 

Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам итеү
Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам итеү

Бизнесты асыу өсөн тырышып эшләргә кәрәклеге - дөрөҫ, ләкин уның күпселек кешеләр өсөн үтә ҡатмарлы һәм көс еткеһеҙ булыуы - уйҙырма. Башҡортостанда төбәкте үҫтереүгә һәм яҡшыртыуға йүнәлтелгән бөтә идеялар ҙа иғтибар үҙәгенә алына һәм уларҙың күбеһенә Хөкүмәт тормошҡа ашырылырға ярҙам итә.

Был эштең нисек эшләнеүен асыҡларға теләйһегеҙме? Ошо хаҡта тематик фильм сыҡты. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров төбәктә эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеүҙең күп кимәлле системаһы, проекттарҙың нисек өҫтөнлөклө статус алыуы һәм бизнесты йылдамыраҡ үҫтереүгә ниндәй саралар булышлыҡ итеүе хаҡында һөйләне.

Эшҡыуар уртаса темптар менән үҫешә ала, әммә дәүләт ярҙамы саралары рәүешендә үҙенсәлекле эскалатор эшләһә, был, әлбиттә, бөтә процестарҙы ла тиҙләтә һәм ул тиҙерәк маҡсатҡа өлгәшә. Ғөмүмән алғанда, ил һәм төбәк ғәҙәттәгенән тиҙерәк һөҙөмтә ала. Шуға күрә Башҡортостанда һуңғы биш йылда инвесторҙарға һәм эшҡыуарҙарға күп кимәлле ярҙам системаһы төҙөлгән, - тип билдәләй Андрей Назаров.

Видеоның сығанағы: Новые Русские. Перезагрузка / Башкортостан: Как поддержка государства меняет правила игры ➡ https://vk.cc/cD7Wij
Мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/bashkortostan
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: