Ауыл элек-электән мәҙәниәттең, йолаларҙың нигеҙе, шулай уҡ юғары сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү сығанағы. Республикабыҙ был йәһәттән һәр саҡ алдынғы, беҙҙә игенселеккә, ит, һөт, ҡымыҙ, бал продукциялары алыуға ҙур иғтибар бүленә. Төбәк иҡтисадына ҡеүәт биргән агросәнәғәт үҫешенә даими булышлыҡ ҡылына, өҫтөнлөклө мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими контролендә. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар, төрлө ташламалар булдырылған, агросәнәғәт комплекстары даими яңыртылып, конкурентлыҡҡа һәләте, эш һөҙөмтәлелеге арттырыла.
Ошондай ярҙам күреп, тыуған ерендә үҙ кәсебен йәйелдереп йәшәгән крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәренең береһе – Саҡмағош районынан Урал Исхаҡов республикала ауыл хужалығына иғтибарҙы юғары баһалай.
Кем булырын бәләкәйҙән белә
Ул бала сағынан ошо баҫыуҙарҙы гиҙеп үҫә. Атаһының артынан бер аҙым да ҡалмай йөрөп, игенсе эшенең барлыҡ ауырлығын яҡындан күрә, күңеленән үткәрә, мул уңыш алыу һөйөнөсөнөң ни ҡәҙәр татлы икәнен бәләкәйҙән белә. Ошо тойғолар уны тыуған ере менән мәңгелеккә бәйләй.
Урал Исхаҡов – Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылы егете. Әсәһе ғүмер буйы уҡытыусы була. Ер эшен һөйгән атаһы, илдә үҙгәрештәр башланғас, 1993 йылда үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын аса. Улы Урал – шул осорҙан уҡ уның “уң ҡулы”.
– Атайымдың ошо ерҙәрҙе шул ҡәҙәр ныҡ яратыуы миңә лә күскән, оло яуаплылыҡ һалған, – ти бөгөн Урал Ғаяз улы. – “Ҙурайғас, ниндәй һөнәр һайлармын?” тигән һорау ҙа торманы алдымда: әлбиттә, атайымдың юлын дауам итәсәкмен! 14 йәшемдә тракторҙа йөрөй башланым, хужалыҡта төп көстәрҙең береһе инем инде.
Мәктәпте тамамлағас, ул Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Юғары белемле иҡтисадсы һәм ауыл хужалығы идарасыһы булып тыуған төйәгенә ҡайта. Үҙҙәренең крәҫтиән (фермер) хужалығына заманса һулыш бирергә тырышып, яңы алымдар ҡулланып, дәртләнеп эш башлай. 2014 йылда атаһы хаҡлы ялға сыға, хужалыҡҡа етәкселек итеү бурысын улына ышанып тапшыра.
Бөгөн уларҙың 259 гектар ере бар. Бөртөклөләрҙән бойҙай, арпа, ҡарабойҙай, техник культураларҙан шәкәр сөгөлдөрө сәсәләр. Алдынғы технологияларҙы, сифатлы минераль ашламаларҙы ҡулланыу, элиталы сортлы орлоҡ һайлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Һуңғы өс йылдағы уртаса уңыш күләменә килгәндә, бер гектарҙан бөртөклө культуралар – 33, шәкәр сөгөлдөрө 500 центнер алынған.
– Быйылғы һауа торошо – ауыл хужалығы тармағы өсөн “байрам”. Уңыш яҡшы булыр тигән өмөттәбеҙ, – ти фермер. – Иң мөһиме – артабан да көндәр яҡшы торһон, былтырғы һауа торошо ҡабатланмаһын. Белеүегеҙсә, уҙған йылда өҙлөкһөҙ ямғыр яуыуы сәбәпле, ашлыҡтың яртыһы башаҡта уҡ үҫеп, уңыштың байтағын юғалттыҡ. Төп табышты шәкәр сөгөлдөрөнән алабыҙ. Уҙған миҙгелдә иһә был культура менән дә ауырлыҡтарға юлыҡтыҡ. Билдәле булыуынса, рекордлы күләмдә йыйылған уңыштың байтаҡ өлөшө баҫыуҙарҙа ятып ҡалды. Ни өсөн тигәндә, республикалағы ике шәкәр заводы уларҙы эшкәртеп өлгөрә алманы.
Хеҙмәтебеҙҙәге ошо һәм башҡа һәр осраҡ – беҙҙең өсөн ҙур һабаҡ. Шуға ла, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайынса, бүтәндәрҙең дә эшмәкәрлеген күҙәтәбеҙ. Ҙур хужалыҡтарҙың тәжрибә өлгөләрен өйрәнәбеҙ. Районыбыҙҙың ҡеүәтле, данлыҡлы “Баҙы” предприятиеһы беҙгә күрше генә. Уларҙың заманса эшмәкәрлеге – бар яҡлап үрнәк. Шулай уҡ республикабыҙҙа, башҡа төбәктәрҙә ойошторолған күргәҙмәләрҙә, семинарҙарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған агросәнәғәт форумында төрлө яҡтан килгән белгестәр менән осрашып, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә эксперттарҙың фекерҙәрен тыңлап, үҙең өсөн күп нәмә алырға мөмкин. Әйткәндәй, беҙҙең Имәнлеҡул ауылы биләмәһендә генә ун фермер эшләй. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, улар һәр саҡ бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер.
Заман эшҡыуары ниндәй була?
Саҡмағош районы хакимиәтендә Урал Исхаҡовтың төрлө дәүләт программаларында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуын заманса хеҙмәт өлгөһө тип баһалайҙар. Уның крәҫтиән (фермер) хужалығы, мәҫәлән, 2015 йылдағы Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә иң яҡшыларҙың береһе тип танылған. Билдәле булыуынса, ул сарала республикабыҙҙың ауыл хужалығы предприятиелары төрлө пробалы 420 миҙалға лайыҡ булып ҡайтты.
Урал Ғаяз улы 2021 йылда ғаилә фермаһын үҫтереү маҡсатында 5,5 миллион һумлыҡ грант та отҡан. Был дәүләт ярҙамына иген һаҡлау өсөн каркаслы-тентлы ҡоролма, шулай уҡ орлоҡ таҙартыу машинаһы һәм трактор алған. Грант отоуын фермер ҙур уңыштарының береһе тип һанай. Әйтеүенсә, ангарҙа ике миҙгелдең ашлығын ышаныслы һаҡларға мөмкин, һөҙөмтәлә баҙарҙа тейешле хаҡ ҡуйылыу менән продукцияны һатыуға сығарырға була. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән машина иһә хужалыҡтың үҙендә үк сифатлы орлоҡ материалы әҙерләү мөмкинлеген бирә. Ә заманса ҡеүәтле трактор ярҙамында Урал Исхаҡов баҫыу эштәрен ваҡытында теүәлләй. Ошо барлыҡ өҫтөнлөктәр нигеҙендә, әйтәйек, быйыл Саҡмағош районының крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары араһында сәсеүҙе сифатлы үткәреү буйынса беренсе урынды яулаған.
Бөгөн белемгә ынтылыш, эшһөйәрлек һәм дәүләт ярҙамы саралары арҡаһында һәр тармаҡта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә була. Шул иҫәптән, ауыл хужалығында ла. Быны крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Урал Исхаҡов үҙ өлгөһөндә раҫлап килә. Һөҙөмтәлә ошо тармаҡта яңы эш башлағандарға ысын үрнәк, ныҡлы терәк-таяныс ул. Дөрөҫ алымдарҙы файҙаланғанда, илебеҙҙең “аграр дәүләт” тигән данын һаҡларға ғына түгел, күтәрергә лә мөмкин, ти фермер.
Урал Ғаяз улы, ысын кәсепселәргә хас булғанса, тыуған ерендәге социаль әһәмиәтле сараларҙа даими ҡатнаша, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Үҙе өлгөлө ғаилә башлығы ла. Исхаҡовтар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ла көсөн һынап ҡарай. Мәҫәлән, 2023 йылдағы “Йәш ғаилә” республика конкурсында финалға сыҡҡандар. Ул һәм ҡыҙ үҫтергән әүҙем, дәртле, бар яҡлап һәләтле Исхаҡовтарҙы Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте көндәрендә тантаналы бүләкләгәндәр. Быйыл иһә улар Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының республика этабында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулаған.
Урал Ғаяз улының хеҙмәт ҡаҙаныштары Саҡмағош районы хакимиәте, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, республика Хөкүмәте тарафынан лайыҡлы баһаланған.
– Ғөмүмән, беҙҙең фермерҙар, эшҡыуарҙар үҙҙәрен генә түгел, ауылының, районының үҫешен, урындағы халыҡтың социаль-иҡтисади хәлен хәстәрләп йәшәй. Урал Ғаяз улы – шундай өлгөлөләрҙең береһе, – тиҙәр Саҡмағош районы хакимиәтендә. – Беҙҙә йүнселдәр эшмәкәрлегенә иғтибар ҙур. Үҙҙәренең бизнес идеяларын тормошҡа ашырырға теләгәндәр өсөн район хакимиәтендә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтеп тора. Был сарала ҡатнашыу ниәтен белдереп, заманса проекттарын тәҡдим иткәндәр араһында йәштәрҙең күплеге айырыуса һөйөнөслө – улар яҙмышын тыуған районы менән бәйләргә, уны үҫтерергә теләй.
Күптән түгел, мәҫәлән, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йылҡы, һыйыр малы үрсетеү буйынса проекттар ҡаралды. Был башланғыстар хупланды, йәштәргә Социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам, “Агростартап” дәүләт, йүнселеккә булышлыҡ итеү буйынса муниципаль программаларҙа ҡатнашырға тәҡдим ителде, уларҙың шарттары аңлатылды. Ғөмүмән, йәштәребеҙ тыуған ерендә үҙ эшен киң йәйелдермәксе, тимәк, Саҡмағош киләсәктә лә иҡтисади ҡеүәтен юғалтмаясаҡ.
Илшат ФӘЗРАХМАНОВ, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры:
– Былтырғы эш йомғаҡтарына килгәндә, ауыл хужалығында тулайым продукт етештереү күләме 252 миллиард һум тәшкил итте – Рәсәйҙә туғыҙынсы урында булдыҡ. Был һөҙөмтәнең төп өлөшө тауар секторына тура килә – 58 процент.
Уҙған йылда төбәктең аграр секторына ярҙамға федераль ҡаҙнанан туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға ике бюджеттан 4,2 миллиард һум бүленде, шуның 2,3 миллиарды – төбәк ҡаҙнаһынан.
Рима РӘХИМОВА, Саҡмағош районының бизнес-шәрифе:
– Беҙҙә йүнселдәр эшмәкәрлегенә иғтибар ҙур. Үҙҙәренең бизнес идеяларын тормошҡа ашырырға теләгәндәр өсөн район хакимиәтендә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтеп тора. Был сарала ҡатнашыу ниәтен белдереп, заманса проекттарын тәҡдим иткәндәр араһында йәштәрҙең күплеге айырыуса һөйөнөслө – улар яҙмышын тыуған районы менән бәйләргә, уны үҫтерергә теләй. Республика етәкселегенең тармаҡҡа ярҙамы районда ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең эшен тағы ла нығыраҡ әүҙемләштереп ебәрҙе.
Фото: Саҡмағош районы хакимиәтенән.