Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуар
21 Сентябрь 2025, 20:55

Иң яҡшы питомник Марселдә

Ул урмансылар династияһын дауам итә.  

Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә

Республикала нәҫелдәре менән ғүмерҙәрен урман тормошона арнаған ғаиләләр бихисап, әммә улар араһында Фазыловтарға етеүсе юҡтыр. Әле лә урмансылар династияһының быуын сылбырын һаҡлап, Марсель Фазылов ата-бабаларының эшен лайыҡлы дауам итә – бөгөн ул үҙен төбәктә күпләп ағас үҫентеләрен үҫтергән эшҡыуар итеп күрһәтте.

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшә­гән Марсель Мансур улы әлеге ваҡытта ете гектар биләгән питомникта асыҡ ысул менән алты миллион төп ҡарағай ағасы үҫентеләрен үҫтерә. Уларҙың өс миллионы – бер, өс миллионы ике йыллыҡ ағастар. Бынан тыш, уның өс теплицаһында ябыҡ тамырлы ысул менән ултырт­ҡан 350 мең бер йыллыҡ үҫенте­ләре бар. Иң һоҡландырғаны – питомниктарында ла, теплицаларында ла өлгөлө тәртип, таҙалыҡ хөкөм итә. “Ағасты бына ошолай итеп үҫтерәләр!” тип күкрәк ҡағып әйтерлек итеп эшен алып бара. Уның хужалығын башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға мөмкин.

Урман эшен яратыу өсөн Марсель кеүек урманда тыуырға, көн дә ошо һауаны һуларға һәм мөхит­тә йәшәргә кәрәктер, тип уйлап та ҡуяһың. Эшҡыуар үҙе – Фазылов­тарҙың урмансылар нәҫелен дауам иттереүсе өсөнсө быуын вәкиле.

 Атаһы, Мансур Ғәләүетдин улы, ғүмер буйы Абҙаҡ урмансылығында эшләп, Мәскәүҙә урмансылар съезында делегат булып ҡатнаша, тәбиғәт байлығын арттырыуҙа һәм һаҡлауҙағы фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй урман хужалығы федераль агентлығының Почет грамотаһы менән баһаланған. “Урман рыцары” исеменә лә лайыҡ булған хөрмәтле ветеран. Мансур ағайҙың тормош иптәше Рәйсә Бәҙретдин ҡыҙы ла, урмансылыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған олатаһы Ғәләүетдин Фазылов 1947 йылда урмансы булып эшкә урынлашҡан. Шулай уҡ олатайҙары Тимерхан Камалий улы Камалиевты ауылдың оло быуын кешеләре урман өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған, намыҫлы, талапсан кеше тип хәтерләй. Ул 1936 йылдан Әбйәлил урман хужалығында урмансы булған. Шуға ла Марсель Мансур улына урмансылыҡ эше менән булышырға Хоҙай үҙе ҡушҡан.

Ул үҙен белгәндән алып атаһы менән урмандан сыҡмай, ағас ултыртыу кеүек төрлө эштә ярҙамлашып үҫә. Өфөлә башҡорт иҡтисад лицейын уңышлы тамамлағас, Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Белорет урмансылығында башлай.

Урман эштәрен алып барыусы, урман инспекторы булып бер аҙ тәжрибә туплағас, ул 2008 йылда хаҡлы ялға киткән атаһын алмаштыра. Абҙаҡ участка урмансы­лығына лесничий итеп ҡуялар. 2013 йылда Белорет урман хужа­лығына директор итеп тәғәйенләнә. Тик үҙенсә эшләргә теләгән, тырыш, бөтмөр, маҡсатлы егет, 2016 йылда директорлыҡ вазифаһын ҡалдырып, шәхси предприятиеһын аса һәм, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, ағас үҫтереү эшенә ныҡлап тотона һәм яңылышмай.

Әлбиттә, был эштең ни тиклем мәшәҡәтле булыуын урман эсенә инмәгән кеше генә аңламай. Марселдең кәсебе йыл дауамында туҡтауһыҙ тир түгеүҙе талап итә. Ҡыш буйы тубырсыҡ йыя, орлоҡ­тарҙы өйөндә махсус ҡорамалда киптерә. Ҡыш сәсеүгә әҙерләнеп, ер ҡарҙан әрселеү менән, ағас үҫентеләрен диләнкәләргә сығара.

– Ағас үҫтереүҙең мәшәҡәте күп, технологияһын, нескәлектәрен белергә кәрәк. 2022 йылдан үҫен­теләрҙе теплицала үҫтерә башланым. Быға тиклем өс миллион үҫенте ултыртһам, һуңғы йылдарҙа күләмде ике тапҡырға арттырҙым, сөнки ихтыяж бар. “Селена”, “Башлеспром” кеүек ҙур ҡуртымсылар менән хеҙмәттәшлек итәм, шулай уҡ Силәбе, Златоуст тарафтарынан килеп алалар, – ти ул.

– Ябыҡ тамыр системаһы менән үҫтереүгә ныҡлап тотонғанһығыҙ. Отошломо? – тип ҡыҙыҡһынам.

– Эйе, ысынлап та, ябыҡ тамыр ысулы менән үҫтереү отошлораҡ, сөнки әллә ни ҙур тәрбиә талап ителмәй – сүп-сар үлән таҙартып, утап, күмеп интекмәйһең, аҙаҡ диләнкәгә ултыртҡанда ла еңел. Үҫентене сәсеүе лә анһат, майҙанды әҙ биләй, – тип аңлатты Марсель Фазылов.

 Эшҡыуар орлоҡ киптереү өсөн яңы бина төҙөгән. Был да ағас орлоҡтарын әҙерләү эшен күпкә еңеләйткән, сифатҡа ла ыңғай йоғонто яһаған.

− Эшем оҡшай, шуға ла яратҡан шөғөлөм менән булышам, тип ышаныслы әйтә алам. Үҫентеләр үҫтереү менән генә сикләнмәйбеҙ, уларҙы диләнкәгә ултыртабыҙ, артабан улар ерегеп, нығынып үҫеп киткәнсе тәрбиәләп торабыҙ. Быйыл яҙын 15 гектарға йәш ағас үҫентеһе ултырттыҡ, көҙөн тағы ла 15 гектар майҙанда сәсеү ҡаралған. Урманды тергеҙеүҙең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлайым, шуға ла үҫентеләрем сифатлы булһын, бирешмәйенсә нығынып китһен өсөн ваҡытымды ла, үҙемде лә йәлләмәйем, – ти уңған хужа.

Бында эштең төп өлөшө авто­матлаштырылған, техника ярҙа­мында атҡаралар. Эшҡыуар­ҙың дүрт ярҙамсыһы бар, улар рәсми рәүештә эшләй. Ағас ултыртыу кеүек миҙгелле эштәргә ауылдаштарын йәлеп итә. Шулай уҡ Марсель Фазыловтың ғаиләһе – тормош иптәше Әлфирә Фәтих ҡыҙы, өс улым ярҙамлаша. Өлкән улы әлеге мәлдә Урман хужалығы техникумында уҡый. Шуға ла атай кеше улы Артур эшен дауам итер тип ышана.

– Эште башлаған саҡта матди яҡтан еңел булманы, бурысҡа эшләнем. Шулай булһа ла, кредит, субсидия алмайынса ауырлыҡ­тарҙы йырып сыҡтым. Әле лә үҫешкә үҙемдең аҡсаны һалам, үтескә алмайым, – ти Марсель Ғәләүетдин улы.

“Ниңә ағас үҫтереү менән шөғөлләнергә ҡарар иттең?” тигән һорауға Марсель Мансур улы: “Ялан ерендә йәшәһәк иген үҫтерер инек. Урманда йәшәгәс, ағас үҫтерәбеҙ инде”, – тип шаяртып яуап ҡайтарҙы. “Ҡайҙа тыуғанһың, шунда файҙаң тейһен”, тигән һүҙҙәр, гүйә, Марсель кеүек тыуған ерен, урманын, ялан-баҫыуҙарын ярат­ҡан кешеләр тураһында. Ә инде ошондай һоҡланғыс эштәр атҡар­ған урман батырына уңыштар теләйбеҙ.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә
Иң яҡшы питомник Марселдә
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас