Эй ултыра балыҡсы...
11 Сентября 2019, 10:59

Күңелле осрашыу

Оҙайлы ямғырҙар үткәс, Стәрлетамаҡ районына юлландым. Ҡалала таш өйҙә ултырғы килмәй бит инде. Тәбиғәткә сығып йөрөп килһәң дә, күңелгә рәхәт булып ҡала.

Оҙайлы ямғырҙар үткәс, Стәрлетамаҡ районына юлландым. Ҡалала таш өйҙә ултырғы килмәй бит инде. Тәбиғәткә сығып йөрөп килһәң дә, күңелгә рәхәт булып ҡала.
Шулай йөрөй торғас, Йөрәктау аҫтындағы Хәжәт күленә килеп сыҡтыҡ. Балыҡсылар байтаҡ, күптәре кәмәнән ҡармаҡлай. Бына эргәләге мыҡты кәүҙәле ир менән танышып киттек. Һүҙгә лә әүәҫ икән.
Ғәзинур Зиннур улы Фәйзуллин хаҡлы ялға сыҡҡансы Эске эштәр һәм Юстиция министрлыҡтарында хеҙмәт иткән. Ҡатыны Лира менән ике ул үҫтерәләр. Стәрлетамаҡ районының Уҫылы ауылынан икән. Яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында балыҡсыға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.


— Ғәзинур, был малай саҡтан килгән шөғөлөңмө? Әллә уға ялға сыҡҡас ҡына тотондоңмо?

— Ҡустым Илгиз менән бәләкәйҙән балыҡҡа йөрөйбөҙ. Элек, дөрөҫөн әйткәндә, был шөғөл өсөн кәрәк-яраҡ булманы бит инде. Иҫтә ҡалған бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләйем әле. Ҡармаҡ ебем дә, ырғаҡтар ҙа юҡ, әммә балыҡ тотоу хыялым шул тиклем ҙур. Әмәлгә ярағандай, бер мәл ауылға сепрәк йыйыусы Биктимер ҡарт килде. Уны-быны уйлап тормай, әсәйҙең эшкә кейеп йөрөгән фуфайкаһын уға тапшырып, байтаҡ ҡармаҡ ебе, күп кенә ырғаҡ алып ҡайттым. Шатлыҡтың иге-сиге булманы, ә бына кискә әсәйҙән эләкте! Шулай ҙа ул изге күңелле ине, артыҡ һүҙ ҡуйыртманы.
— Әле ниндәй балыҡтар тотаһың?

— Ҡорман яҡшы эләгә, һирәкләп эре алабуға, ажау, сабаҡ ҡаба. Кискәрәк һыла ла яҡшы тотола. Мин ҡарышлауыҡҡа, селәүсенгә, бүрттерелгән бойҙайға ҡаптырам. Күберәк Ағиҙелдә ҡармаҡлайым. Әйткәндәй, Һәләүеккә лә барып урайым. Элегерәк ул йылғала бәрҙе күп ине, хәҙер ҙә бар, тик һирәк. Әле ғаиләм менән Стәрлетамаҡ районының Бельское ауылында йәшәйем. Йылға, күл яҡын.
— Иң ҙур табышыңды хәтерләйһеңме?

— Нисек иҫләмәйһең инде! Дүрт килолыҡ ҡорман балығын тоттом, саҡ тартып сығарҙым үҙен.
— Һинеңсә, кем ул ысын балыҡсы?

— Кем ҡармаҡ менән тота, ҡомһоҙлоғон еңә белә, ултырған урынын таҙа тота, шул – ысын балыҡсы. Ау һалғандарҙы енем һөймәй, тәбиғәтте ҡоротҡостар тип һанайым ундайҙарҙы. Кәрәген тот та ҡайт та кит бит инде.
— Һүҙҙәрегеҙ менән тулыһынса килешәм. Ҡыш та йөрөйһөгөҙмө? Әллә туңып ултырыуҙы хупламайһығыҙмы?

— Ҡайҙа ул өйҙә ултырыу! Мал-тыуарҙы тәрбиәләйем дә тәбиғәткә сығам, балыҡһыҙ ҡайтҡаным юҡ. Хеҙмәтем дә уңай: ике көн эшләйем, ике көн ял итәм.
— Әле лә эшләп йөрөйһөгөҙмө ни?

— Хәлең бар, ауырымайһың икән, ниңә тик ултырырға? Кешеләр менән эштә йөрөү – үҙе бер ғүмер. Яратҡан ғаиләм, хөрмәт иткән ҡатыным, матур, аҡыллы балаларым бар. Шуға ҡыуанам.
— Һеҙгә ҙур рәхмәт! Уңыштар насип булһын.

...Әңгәмәсебеҙ артынан беҙ ҙә ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Яҡшы кеше менән һөйләшеү күңелгә әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек килтерә. Бәхет кисерәһең.
Читайте нас