Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
28 Апрель 2020, 17:31

Табыш ауырлығы рекордтары

Балыҡсылар хыялға бай ул: ҙур-ҙур табыш эләктереү уларҙың уйынан бер ҡасан да китмәй. Яҙ мәлендә был ынтылыш айырыуса көсәйә.

Балыҡсылар хыялға бай ул: ҙур-ҙур табыш эләктереү уларҙың уйынан бер ҡасан да китмәй. Яҙ мәлендә был ынтылыш айырыуса көсәйә.


Һыу тартыла башлау менән һәүәҫкәр балыҡсылар йылға-күл буйына ашыға. Әгәр ҙә табыш менән ҡайтһалар, уның ауырлығы мотлаҡ ике-өс килоға арттырып, шаштырып әйтелә.


Һыуҙарҙа йылына байтаҡ балыҡ тотола, әммә трофей булырҙайҙары йылдан-йыл һирәгерәк эләгә, сөнки күп күл-быуаларға селбәрә бөтөнләй ебәрелмәй, тәбиғи үҫеш үтә яй. Әлеге ваҡытта ҡормандың иң ҙуры тип теркәлгәне – биш килограмм, ағарсаҡтыҡы – 16, һыланыҡы – 18, суртандыҡы – 39, табандыҡы – биш, һаҙандыҡы – 47, аҡ амурҙыҡы – 70, йәйендеке – 130, һөмбаштыҡы – 92, ҡырпаныҡы – 1500 килограмм.


Был, әлбиттә, Рәсәй буйынса күрһәткес. Башҡортостанда иһә ул байтаҡҡа кәмерәк. Әйткәндәй, иң ҙур балыҡ булған зәңгәр киттың йөрәге 600 килограмм тарта, ул 300 йәшкә тиклем йәшәй.
Читайте нас: