Бөтә яңылыҡтар

Былар ҡыҙыҡлы

l Балыҡтар кешелек барлыҡҡа килгәнгә тиклем йәшәгән. Донъяла 22 меңдән ашыу балыҡ төрө иҫәпләнә. Улар тоҙло һыуҙа ла, сөсө һыуҙа ла йәшәй. Ҡайһылары – үлән менән, бәғзеләре үҙҙәренән бәләкәй балыҡтар менән туҡлана.

l Балыҡтар кешелек барлыҡҡа килгәнгә тиклем йәшәгән. Донъяла 22 меңдән ашыу балыҡ төрө иҫәпләнә. Улар тоҙло һыуҙа ла, сөсө һыуҙа ла йәшәй. Ҡайһылары – үлән менән, бәғзеләре үҙҙәренән бәләкәй балыҡтар менән туҡлана.
l Диңгеҙ аты – вертикаль рәүештә йөҙгән берҙән-бер балыҡ.
l Балыҡтар, тауыш ептәре булмағанлыҡтан, ыҫылдай ала, хатта тештәрен шығырлата.
l Электр тогын етештереүсе балыҡтар рәтенә скат менән йыланбалыҡты индерергә була. Улар үҙенең тогы менән атты еңел генә үлтерә ала. Үлән менән туҡланғандарының тештәре булмай.
l Беренсе ырғаҡ 42 мең йыл элек уйлап сығарылған.
l Күп балыҡтар төҫтө яҡшы айыра.
l Балыҡтың йәшен тәңкәһендәге һыҙыҡтарға ҡарап беләләр, үҙе үҫкән һайын тәңкәләре лә үҫә, әммә һан яғынан күбәймәй.
l Осоусы балыҡтар ҙа осрай. Улар 50 метрға тиклем осоп бара ала.
l Ни тиклем ҡыҙыҡ тойолмаһын, балыҡтар ҙа һыуға бата. Кеше һымаҡ улар ҙа кислородҡа мохтаж. Әгәр ҙә аквариумығыҙға май ҡойһағыҙ, улар үлеп бөтәсәк.
l Кит акулаһы донъяла иң ҙур балыҡ һанала. Оҙонлоғо – 20 метрға, ә ауырлығы 30 тоннаға етә, тағы ла 4 мең теше бар. Ағыу бүлеп сығарыу­сылар ҙа осрай.
l “Пиранья” һүҙе индеецтарҙан килеп сыҡҡан, ул “ҡайсы” мәғәнәһендә. Был балыҡтар Көньяҡ Америкала осрай. Тештәре лезвиянан үткер. Бәләкәй генә бер көтөүе атты ярты сәғәттә ашап бөтөрә.
l Кибеттә һатылған ыуылдырыҡ­тарҙың ысын булмауы ла мөмкин, сөнки һуңғы йылдарҙа полимерҙар физикаһы лабораторияһында яһалма ыуылдырыҡ уйлап сығарылған.
Иң оҙаҡ йәшәгән балыҡ – ҡырпа (белуга) йөҙ йәшкә ҡәҙәр йәшәй. Унан ҡала – йәйен, суртан – 70, мәрсен балыҡ 50 йылға тиклем йәшәй. Балыҡтарҙың тағы бер үҙенсәлеге бар: йоҡлағанда ла күҙҙәре йомолмай.
“Мин балыҡ кеүек телһеҙ ҡалдым” тигән һүҙгә ышанмағыҙ, сөнки уларҙың да теле бар, тик улар беҙҙеңсә һөйләшмәй, әммә үҙ-ара бик яҡшы аралаша белә.
Фото: joinfo.ua
Читайте нас: