Бөтә яңылыҡтар

"Һаҡмар буйын яңғыратып гармун да уйнап ебәргәндә!.."

Бөгөн балыҡсылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ә һеҙҙең арала был шөғөлдө үҙ иткәндәр бармы?

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында тыуып үҫкән Азат Буранғолов бала саҡтан балыҡ тоторға ярата.
"Йәмле Һаҡмар буйында йәшәгәнгәме, белмәйем, бәләкәйҙән йылғанан ҡайтып инмәнек. Рәхәтләнеп һыу инер, балыҡ тотор инек. Был шөғөлдө үҫә төшкәс тә ташламаным. Әрменән һуң Һаҡмар буйына балыҡ ҡармаҡларға йыш килә торғайным. Өйләнгәс, минең яратҡан шөғөлөмдө улдарым да үҙ итте, ғаилә менән бергәләшеп йөрөй башланыҡ. Кемдер балыҡ тота, икенселәр таҙарта, кәләш унан тәмле аш бешерә. Ә инде кистәрен Һаҡмар буйын яңғыратып гармун да уйнап ебәргәндә, балыҡтар ҙа тын ҡалып, беҙҙең йыр-моңдо тыңлай кеүек", - ти һәр саҡ көр күңелле Азат.
Беҙҙең "Башҡортостан" гәзите редакцияһында ла балыҡ тоторға яратҡан коллегаларыбыҙ байтаҡ. Белеүегеҙсә, шундайҙарҙың береһе - биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисов, ул шулай уҡ "Эй ултыра балыҡсы!.." махсус битен дә алып бара. Ә һеҙҙең арала балыҡ тоторға яратҡандар бармы?
Фото Азат Буранғоловтың шәхси альбомынан.
Читайте нас: