Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
21 Декабрь 2021, 17:40

Йәшлегем йылғаһы ни хәлдә?

Бала сағым һәм йәшлегем ошо йылға буйында үтте.  Элек ул тулы һыулы, таҙа булған. Ә инде унда эре-эре бикре (осетр) балыҡтарының йәшәгәнен күптән түгел генә белдем. Һүҙ ниндәй йылға тураһында бара тиһегеҙме? Урал йылғаһы хаҡында.

Эйе, Урал йылғаһы, башҡортса әйткәндә, Яйыҡ була инде. Элегерәк Яйыҡ казактары бикреләрҙе тотоп фотоға төшкән, был һүрәт төрлө сығанаҡтарҙа һаҡланған. Ғалим-энциклопедист, ХVIII быуат сәйәхәтсеһе был хаҡта бына нимә яҙып ҡалдырған: “Яйыҡ йылғаһында көс еткеһеҙ бикреләр, севрюгалар (бикренең бер төрө), уҡбалыҡтар, һаҙандар һәм йәйендәр йәшәй. Аҡ балыҡтарҙан – суртан, ҡорман, һыла, ажау, ҡылысбалыҡ күп, бигерәк тә бикреләр өйөрө менән йөрөй. Балыҡтар өйөрө хатта йылға аша һалынған ағас күперҙәрҙе лә емерә. Уларҙы ҡурҡытыу өсөн яр буйына пушкалар ҡуйғайнылар.

Ә хәҙер Яйыҡ йылғаһының хәле нисек? Һуңғы йылдарҙа һайыҡты, балығы ла наҡыҫайҙы. Заманында оҙонлоғо буйынса Европала өсөнсө урында торған, Волга менән Дунайҙан ғына ҡалышҡан йылға буйлап пароходтар ҙа йөрөгән.

Йылға-күлдәребеҙҙе элекке хәленә үк ҡайтара алмаһаҡ та, һаҡсыл ҡарашта булһаҡ ине. Яр буйҙарын ҡыйламау, балығын һаҡсыл тотоу һәр кемебеҙҙең ҡулынан килгән ғәмәл бит.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: