Бөтә яңылыҡтар

Табышһыҙ ҡалмаҫ өсөн…

Яҙға табан бөтә һыу ятҡылыҡтарында ла кислород етешмәй башлай. Ошоно күҙ уңында тотоп, халыҡ экологы, күлдәрҙе һаҡлауға көсөн, ваҡытын йәлләмәгән Миҙхәт Хәсәнов Ауырғазы районының Талбазы ауылы эргәһендәге күл-быуаларҙа мәкеләр уйыу менән мәшғүл.

Яңыраҡ ҡына район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдинов, инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Рәмил Асулов, Яңы Кәлсир ауыл советы депутаты Айрат Сабанаев һәм урындағы эшҡыуар Илнур Хөбөтдинов менән берлектә Мүклекүл быуаһында мәке уйҙылар. Мәкеләрҙән үҙенсәлекле еҫ таралды. Был боҙ аҫтында органик матдәләрҙең тарҡалыуы тураһында һөйләй, ярым тере селбәрәләрҙең күплеге күҙәтелде. Һигеҙ мең квадрат метр майҙанда тереклек иткән 160 мең табан балығының ғүмере ҡурҡыныс аҫтында икәнен аңғартты был хәл.

Шуныһы аңлашылмай: ауылда әллә күпме балыҡсы булып та, балыҡтарҙы ниңә ошондай аяныс хәлгә ҡалдырҙылар икән? Үҙең тәрбиәләгән күлдә балыҡ тотоу күңеллерәк тәбаһа. Ҡайһы бер һай быуаларҙа боҙ уларҙың төбөнә йәбешкән, унда йырындар йырырға кәрәк. Талбазы ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе селбәрәләр ебәреүҙә үҙе лә ҡатнашты, бер өлөшө Кешәнле быуаһына ебәрелде.

Яҡын көндәрҙә башҡа күл-быуаларға сығып, мәкеләр уйып ҡайтырға уйыбыҙ бар. Райондың бөтә балыҡсыларын да ошо эшкә ҡушылырға саҡырабыҙ.

Данил АНДРЕЕВ.

Читайте нас: