Бер ауыл биләмәһе 50 дана гәзиткә яҙыла.
Әле икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ҡыҙған мәле. Хәбәрселәр был осорҙо ҡулдан ысҡындырмай, ҡала һәм райондарға сығып йөрөргә, баҫмабыҙҙың дуҫтары менән күрешеп ҡалырға тырыша. Ишембай ҡалаһына эш сәфәре лә “Башҡортостан”дың электән килгән тоғро дуҫтары менән осрашыуһыҙ үтмәне.
Беҙҙең дуҫтар – почта хеҙмәткәрҙәре һәм яҙылыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткән яуаплы кешеләр. Элек-электән Ишембай районы халҡы иң күп гәзит-журнал уҡыған төбәк булараҡ дан алған һәм был алдынғылыҡты бирергә теләмәй. Шуға күрә форсат сыҡҡанда, беҙ Ишембай ҡалаһы почта бүлексәһенең ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге начальнигы Инера Төхвәтуллина һәм йыл һайын яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса иң ҙур күрһәткестәргә өлгәшкән Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова менән күрешмәй ҡалманыҡ. Уларға матбуғатҡа яҙылыуҙың тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса Рәхмәт хаттары менән бәләкәй генә бүләктәр тапшырҙыҡ.
Әйткәндәй, Инера Сәхи ҡыҙы ла – сығышы менән Этҡол ауылы ҡыҙы. Ул ғүмере буйы төрлө юғары вазифаларҙа эшләгән, әле иһә 12 йыл почтала бүлек начальнигы. Шуға күрә ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу нескәлектәрен баштан-аяҡ белә.
– Дөрөҫөн әйткәндә, йылдан-йыл яҙылыусылар һаны кәмеүгә ҡарай бара. Быны дөйөм тенденциялыр тип ҡабул итәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр, баҫмаларҙы интернет аша уҡыйбыҙ, ти. Тик бер яҙылған, ҡағыҙ гәзиткә күнеккән кеше яратҡан баҫмаһынан айырылмаҫҡа тырыша, барыбер форсатын табып, яҙыла. Беҙгә был эштә Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы Абдрахманов та даими ярҙам итә. Аңлашып, килешеп эшләү ошондай яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә лә инде, – ти Инера Төхвәтуллина.
Бүлек начальнигы яҙылыу буйынса алдынғы ауылдарҙы ла һанап үтте. Улар араһында даими беренселекте этҡолдар яулап килә. Артабан Маҡар, Әрмет, Әхмәр ауылдарының күрһәткестәре лә маҡтауға лайыҡ.
Эйе, этҡолдарҙы атап китеү осраҡлы түгел. Ысынлап та, был ауыл халҡы – матбуғаттың яҡшы дуҫтары. Хакимиәт башлығы Нәсимә Әйүпова белдереүенсә, “Башҡортостан”ды 50-60 йыл рәттән ҡалдырмай алдырған ғаиләләр ҙә бар бында. Мәҫәлән, Миңлебай Зөлҡәрнәев – гәзитебеҙҙең шундай тоғро дуҫтарының береһе. Шулай уҡ Фәрит Әбүбәкиров, Хәйҙәрйән Әхмәҙуллин, Асия Байгилдина, Миңлебай Халиҡовтар байтаҡ йылдар төрлө милли баҫмаларға даими яҙыла. Ошондай тоғро дуҫтарыбыҙға тағы бер тапҡыр ихлас рәхмәт!
– Шулай уҡ бюджет өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә гәзиттән айырылмай. Улар, һүҙебеҙҙе йыҡмай, матбуғатҡа йыл һайын яҙыла. Иң яҡын таянысыбыҙ – уҡытыусылар. Был йәһәттән Этҡол урта мәктәбе директоры Дамир Сәхи улы Баһауетдинов менән бергә эшләйбеҙ. Байтаҡ йылдар белем биреү усағы хеҙмәткәрҙәре коллектив менән гәзитте алдыра, – ти Нәсимә Әйүпова. – Ауылдың почта бүлексәһе лә бик тырышып эшләй. Уның начальнигы Гөлфирә Хәйруллина – бик дәртле, егәрле белгес. Хеҙмәтен белеп, яратып башҡарғас, эше лә алға бара.
Әйткәндәй, Нәсимә Ғайса ҡыҙы үҙе башҡаларға өлгө күрһәтә, иң әүҙем яҙылыусы ул.
Этҡол ауыл биләмәһенә ҡараған Ураҙбай һәм Аҙнай ауылдары бергәләп йыл һайын кәмендә 50 дана “Башҡортостан”ға яҙыла. Бер ауыл биләмәһе яңғыҙы күтәргән һөҙөмтәне күп райондар күрһәтмәй әле! Икенсе ярты йыллыҡта ла ошо һандарҙан түбән төшмәҫкә һүҙ бирә улар.
Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, күҙ терәп торабыҙ. Дуҫлыҡ ептәре артабан да өҙөлмәһен ине! Ә башҡаларҙы уларҙан өлгө алырға саҡырабыҙ.