Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
18 Декабрь 2020, 23:00

"Иң беренсе үҙебеҙ өлгө күрһәтергә тейешбеҙ"

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов "Башҡортостан"ға яҙылып, хакимиәттә эшләгән барлыҡ милләттәштәрен ошо ғәмәлде үтәргә саҡырҙы.

Халҡыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртҡан, бөгөнгөһөн хәстәрләгән хужалар күп беҙҙә. Тап уларҙың ярҙамы һәм тырышлығы менән милли баҫмаларға яҙылыу кампаниялары уңышлы ойошторола. Етәкселәр өлгө күрһәтеп, гәзит-журналдарға яҙылып ҡына ҡалмай, үҙҙәре артынан башҡаларҙы ла әйҙәй.
Был йәһәттән Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул үҙе лә "Башҡортостан" гәзитенә яҙылып, хакимиәттә эшләгән барлыҡ милләттәштәрен дә ошо ғәмәлде үтәргә саҡырҙы.

"Беҙ үҙебеҙҙең башланғысты аныҡ эштәр менән дәлилләп ҡуйырға тейешбеҙ, – ти Рөстәм Динислам улы. – Ниндәйҙер ойошма-предприятиеларҙы гәзит-журналдарға яҙылырға өндәйбеҙ икән, иң башлап үҙең өлгө күрһәт, артабан уларҙан талап ит. Ошо маҡсаттан сығып, бөгөн хакимиәттә эшләгән башҡорт етәкселәр генә түгел, техник хеҙмәткәрҙәргә тиклем төп баҫмабыҙ “Башҡортостан”ға яҙылһа, урыҫ теллеләр “Республика Башкортостан”ды алдырып уҡыясаҡ".
Хакимиәт башлығы һүҙҙәренә уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова ла ҡушыла.
"Ысынлап та, "Башҡортостан" гәзите менән беҙҙең район элек-электән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Баҫма биттәрендә Хәйбулланың хеҙмәт алдынғылары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, төрлө мәҙәни саралар, төйәгебеҙҙең тырыш халҡы тураһында мәҡәләләр әленән-әле сығып тора. Республикабыҙҙың исемен йөрөткән, бер быуаттан ашыулыҡ тарихы булған "Башҡортостан" һәр етәксенең өҫтәлендә булырға тейеш", - ти Роза Раузат ҡыҙы.
Билдәле булыуынса, 2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20 декабргә тиклем оҙайтылды. "Башҡортостан" гәзите йортоғоҙға килеп һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Декада ваҡытында П2729 индексы буйынса хаҡ - 1386 һум 24 тин, яҙылыу өсөн һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П2729; П3030 индекслы йома һанының хаҡы - 732 һум 72 тин, һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П3030.
Беҙгә баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәреп, “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ. Гәзиткә өйҙән сыҡмайынса ла https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ һылтанмаһы аша яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп почта аша йәки электрон адресҡа ([email protected]) ебәрегеҙ.
Гәзит электрон почтағыҙға килһен тиһәгеҙ, https://rbsmi.ru/ сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Хаҡы – 864 һум.
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-61, 273-83-92.
Автор фотоһы.
Читайте нас: