“Башҡортостан” гәзите редакцияһы инде дүрт йыл дауамында Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы “Бәйләнештә”ге төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсын ойоштороп килә. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары ҡатнаша. Конкурс беҙҙең ауыл биләмәһе башлыҡтарының ни тиклем тырыш, маҡсатлы һәм көслө булыуын күрһәтте.
Быйыл Бөрйән районының Ырғыҙлы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илвир Миңлеғәле улы Сәйфуллин, 22 конкурсант араһында еңеүгә өлгәшеп, гәзиттең төп бүләге – “Йәйғор” шифаханаһына юллама менән бүләкләнде.
– Илвир Миңлеғәле улы, конкурста ҡатнашыу һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Был бәйгелә ҡатнашыуы еңелдән булманы, әммә иң файҙалыһы шунда ине – халыҡ берләште. Быға тиклем “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ултырмаған өләсәйҙәр, өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр ауыл хакимиәтенә килеп: “Беҙҙе лә “Бәйләнештә”ге төркөмгә теркәгеҙ, “аккаунт” асып бирегеҙ, тауыш бирәбеҙ”, – тип мөрәжәғәт итте. Ырғыҙлы ауыл биләмәһендә йәшгәндәрҙең 95 проценты минең өсөн тауыш бирҙе, тип ышаныслы әйтә алам.
– Конкурста ҡатнашыу оҡшанымы?
– Эйе, конкурс кәрәк, сөнки бер кеше лә ситтә ҡалмай, бер-береһе менән аралашалар, ярҙам итәләр. Бәйге халыҡтың кәйефен күтәрә. Мәҫәлән, тауыш биргән саҡта күршеләренә: “Беҙ еңелеп барабыҙ! Һин тауыш бирҙеңме-юҡмы?”, – тип йүгереп бара. Беҙҙең көн ошо конкурстан башлана ине. Төнгө, сәғәт икелә йә дүрттә булһынмы, “Беҙ алда” тип яҙалар, йәки, артта ҡала башлаһаҡ, “Тиҙ генә ҡыуып етергә кәрәк” тип СМС хәбәр ебәрәләр. Хатта бер-береһе менән: “Һин һаман тауыш бирмәнеңме ни?!”– тип эләгешеп тә китәләр. “Туғандарың тауыш бирҙеме?” тип бер-береһенән һорашалар. Беҙҙең Себерҙәге туғандар ҙа ситтә ҡалманы. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенсә шундай бер шәп квест булды.
Ошо конкурс аша күршеләрен, ауылдаштарын ғына түгел, ә тоташ район халҡын белеп бөттөләр. Хатта күрше райондар ҙа, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре лә ситтә ҡалманы. “Үҙең тауыш бир ҙә, тағы ла биш кешегә тапшыр” принцибы менән эшләнек һәм уңышҡа өлгәштек, шуға күрә лә беҙҙе берләштергән конкурсҡа ҙур рәхмәт.
Тәүҙә ҡатнашырға теләмәгәйнем, аҙаҡ инде шулай үтер ҙә китер, тип уйлағайным. Үҙең өсөн тауыш биреүҙе һорау уңайһыҙ кеүек ине, әммә тәүге бер-ике көндә әүҙем тауыш биреп, алға сыҡтыҡ. Аҙаҡ артта ҡала башлағайным, бөтәһе лә ҡайғыра, төшөнкөлөккә бирелә башланы. Шуға ла кәйефтәре төшкән инәйҙәргә ҡарап, бирешмәҫкә һәм һуңғы минутҡа тиклем көрәшергә ҡарар иттек. Тырышлығыбыҙ бушҡа булманы – еңеүгә өлгәштек.
– Шифаханаға юллама буйынса үҙегеҙ ял итәһегеҙме?
– Тауыш биреү башланғас та, өҫтәл янында ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас: “Әгәр еңеп сыҡһам йәки призлы урын алһам, икенсе-өсөнсө урынға эләкһәм, уны берәйһенә бүләк итәм”, – тип нәҙер әйткәйнем. Һуңынан бер туған Рәхим ағайым менән еңгәйгә бирермен, тип ҡарар иттем, сөнки уларҙың улы мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынды, әле махсус хәрби операцияла. Рәхим ағай беҙҙең яугирҙәргә ярҙам итеүгә – гуманитар ылау туплауға ҙур көс һәм тырышлығын һала. Үҙенең квадроциклын биреп ебәрҙе. Аҡса йыйып, тағы ла бер квадроцикл һатып алып оҙатты, бөтәһе икәү була инде. Мунсалар эшләп ебәреп тора. Ныҡ күп көс түгә, ярҙам итә, шуға ла ихлас күңелдән юлламаны уларға бирәм.
– Илвир Миңлеғәле улы, конкурста ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Ырғыҙлылар гел шулай берҙәм булһын, ә һеҙҙе алда тағы ла ҙурыраҡ уңыштар көтһөн.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.