Беҙ дәһшәтле һуғыш, тыл геройҙары яҙмышы, ата-бабаларыбыҙҙың фиҙаҡәрлеге өлгөһөндә тыуып үҫкән, тәрбиәләнгән быуын. Батырҙарҙың баһаһын беҙ беләбеҙ. Һәр замандың – үҙ йыры, һәр быуындың – үҙ батыры. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ “ат эйәрләп, ажғырып”, яуға ташланмай, әммә иң көсөргәнешле ваҡытта халҡына – яҡташтарына, күрше-күләненә, яҡындарына, таныштарына һәм таныш булмаған ярҙамға мохтаждарға булышлыҡ итеүҙе намыҫ эше итеп ҡарай.
Илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъялағы эпидемиологик хәл тормошобоҙҙо ғына түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе лә, йәшәү ҡиммәттәренә ҡарашты ла танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте. Берҙәм булғанда ғына ҡатмарлы хәлдән сығыу юлын табасаҡбыҙ. Бөгөн һеҙҙе заманыбыҙҙың лайыҡлы геройҙары менән таныштырмаҡсыбыҙ, бындай ысын ир-егеттәр, ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барында күңелдәрҙә “барыһы ла яҡшы булыр” тигән ышаныс тыуа.
“Красный ключ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, ”Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Я. Терновский битлектәр етешмәгәнен белеү менән күп тапҡыр ҡулланылыусы битлектәр партияһын һатып алып, ауыл Советтары башлыҡтарына тапшырҙы. Ишле ғаиләләр, өлкәндәр, инвалидтар, хәүефле төркөмдәгеләр кәрәкле изделиелар менән бушлай тәьмин ителде. Бындай ваҡытлы хәстәрлеккә, йылы мөнәсәбәткә ауылдаштар бик рәхмәтле булды.
Көйөргәҙе районында ирекмәндәр хәрәкәте киң йәйелдерелеп, ололарға, аҙ хәрәкәтләнеүсе граждандарға булышлыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Әле изоляция шарттарында йәшәгәндәргә 107 ирекмән ярҙам ҡулы һуҙа. Кемдәрҙең хәл итәһе ашығыс эштәре, йомоштары бар, ошо телефонға шылтырата ала: 8(347)62-376 ( Ғаилә хеҙмәте). Шулай уҡ йәшәү урыны буйынса ауыл Советына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Райондың “Поколение” ойошмаһы Өфө ҡалаһының “Изгелек” хәйриә фонды менән берлектә аҙ килемле ғаиләләргә, айлыҡ килеме 11 мең һумдан артмаған яңғыҙаҡтарға, ярҙамсыһыҙ ололарға аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратты. Заявкалар мәсьәләһе менән ошо телефонға шылтыратығыҙ: 8(34757)60-096. Ермолаевка ирекмәндәре яңыраҡ Айсыуаҡ ауылындағы Мария Факеева һәм Ермолаевкалағы Лидия Абакумованың хәлен белешеп, дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек килтерҙе. Ауыл биләмәһе башлығы Альберт Күсәрбаев әйтеүенсә, ярҙамға мохтаждарҙың бер заявкаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Айырыуса өлкәндәр дарыуҙар менән ярҙам иткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәтле. Ҡасабаның “Көнсығыш” биләмәһе старостаһы Владимр Шейкин автобустар йөрөмәгән, халыҡ өйҙән сыға алмаған осраҡта өлкәндәр өсөн бындай ярҙамдың ни тиклем ҡиммәт, урынлы булыуын билдәләй. Дарыу йәки аҙыҡ-түлек килтерергә кәрәк булһа, ошо телефон аша заявка бирә алаһығыҙ: 8(34757)62-256.
Бөгөн социаль хеҙмәткәрҙәр, фельдшерҙар, хакимиәттә эшләүселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре ирекмәндәр сафын тулыландыра. Уларҙың бар хәстәре – биләмәгә күҙгә күренмәгән, әммә мәкерле вирусты индермәү, халыҡты һаҡлау.
Битлектәр менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә көйөргәҙеләр хәл итергә тырыша. Ҡулдары оҫталар бында етерлек, ирекмәндәр үҙҙәре уларҙы туҡыма менән тәьмин итә.
- Беҙгә өйҙә бер үҙҙәре йәшәгән пенсионерҙар йыш мөрәжәғәт итә. Уларға донъя кәрәк-яраҡтарынан тыш, йәнле аралашыу етмәй, районда, республикала, планетала ниндәй хәлдәр бар, барыһы ла ололарҙы ҡыҙыҡһындыра. Йылы һүҙҙәр табабыҙ, ҡоймаҡ, пирожкиҙар менән һыйлайбыҙ, - ти социаль хеҙмәткәр Менәүәрә Урманцева. - Фельдшер Эльфира Түлегәнованы барыһы көтөп ала, уның кәңәштәре ҡайһы саҡ дарыуҙан да файҙалыраҡ.
Балтас районы ирекмәндәре лә көнө-төнө тигәндәй эш өҫтөндә. Биләмәлә 900-гә яҡын яңғыҙҙар барлығы билдәле. Райондағы туристар клубы ирекмәндәре ярҙамға мохтаждарға аҙыҡ-түлек таратыу менән мәшғүл. Улар һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, бөтә эпидемиологик сараларҙы ҡәтғи үтәйҙәр. Эшҡыуар Глүсә Әмирйәнова магазиндан өлкәндәргә аҙыҡ-түлек илтеүҙе үҙ өҫтөнә алған.
Эшҡыуар Дарья Осинина Краснокама районының үҙәк дауаханаһына оло бүләк яһаны – үпкәне яһалма елләтә торған ике аппарат тапшырҙы. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин һәм үҙәк район дауаханаһы баш табибы Фәғит Бәҙретдинов һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур өлөш индергәне өсөн эшҡыуарға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Бындай заман геройҙары эргәбеҙҙә, артабан да уларҙың сафы тулыланыуына ышанабыҙ. “Кешеләргә изгелек эшләү - иң файҙалы доға”, тигән аҡыл эйәһе хаҡлылыр. Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын, ирекмәндәр, халыҡ именлеге һағында тороусылар!
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте