Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
26 Август 2021, 22:00

Ер-әсәгә кемдәр ярҙам итә?

"Янғынға ҡаршы көрәшкә сыҡҡанда ҡайҙа барғаныбыҙҙы, беҙҙе нимә көткәнен, ҡасан ҡайтырыбыҙҙы белмәйбеҙ..."

Ер-әсәгә кемдәр ярҙам итә?
Ер-әсәгә кемдәр ярҙам итә?

Быйылғы йәй эҫелеге менән рекорд ҡуйыуын дауам итә. Ямғырҙарҙың оҙаҡ  булмауы ерҙе генә өтөп ҡалманы, хатта ҡайһы бер йылғалар ҡороп бөттө. Етмәһә, ергә ялҡын өҫтәп, яңынан-яңы янғын сығанаҡтары тоҡанып тора – урмандар, далалар яна. Ашығыс хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр тырышлығы менән ауылдар һаҡлап ҡалынды. Әле тәбиғәт янғындарын һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан, Урман хужалығы министрлығынан 800-ҙән ашыу хеҙмәткәр һәм ирекмән йәлеп ителгән.     

Кемдәр һуң утҡа ҡаршы көрәшеүселәр? Беҙ уларҙы батырҙар тип әйтһәк тә, күп осраҡта уларҙың исемдәрен белмәйбеҙ, уларҙың йөҙҙәре телевизор экрандарында күренмәй. Әммә улар, тревога сигналын ишеткән һайын, көрәшкә ашыға һәм тәүгеләрҙән булып янғын ғәрәсәтенең ҡурҡынысын үҙҙәренә ҡабул итә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында махсус янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Алексей Владимирович Васильевҡа 40 йәш. Кешеләрҙе янғындан ҡотҡарған өсөн “Янғындағы батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.

Алексей Владимировичтың хеҙмәт стажы 20 йыл. Ул үҙе һүндереүҙә ҡатнашҡан һәр янғынды иҫләй һәм бындай осраҡтарҙа “бер кеше яугир була алмай” тип иҫәпләй.  

– Быйыл йәй мин быға тағы ла инандым. Әбйәлил районындағы урман янғынында ирекмәндәр һаны аптыратты, урыны менән 200-гә барып етә ине. Өфө, Сибай, Магнитогорск, Белорет ҡалаларынан бик күп кешеләр килгән, ҡыҙҙар ҙа байтаҡ ине. Халыҡтың ярҙам итергә атлығып килеүе күренеп тора: һыу, ашарға алып киләләр, ранецтар менән йүгереп йөрөйҙәр, һыу ташыйҙар, һыҙат һалалар. Ирекмәндәрҙең ярҙамы ҙур, улар булмаһа, беҙгә ауырға тура килер ине.

Ә Йылайыр районының Ҡыҙларбиргән ауылында икенсе хәлгә осраныҡ – төпкөл ауыл, ирекмәндәр юҡ, тик урындағы халыҡ ҡына. Бик ярҙамсыл кешеләр йәшәй, ир-егеттәр оҙатып йөрөнө, ә ҡатын-ҡыҙҙар тәмле аштар менән һыйланы, хатта мунса ла яҡты. Юлға алған ҡоро аҙыҡ булһа ла, уның менән оҙаҡ йәшәп булмай.

Беҙҙең бурыс – халыҡты яҡлау. Кешеләргә, ауылдарға, иҡтисад объекттарына ҡурҡыныс янағанда ҡушылабыҙ. Быйыл аномаль йәй, шуға ла бындай осраҡтар күп булды һәм һаҡлана. Беҙ янғындарға биш эшелонды ебәрҙек. Әгәр беҙ шундай сара күрмәһәк, ут ауылдарға тоҡаныр ине, – ти Алексей Владимирович.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының дежур смена етәксеһе Азамат Абдулла улы Салиев йәш булыуына ҡарамаҫтан, етәксе вазифаны биләй. Уның эшмәкәрлегенә республика халҡының ғына түгел, ә ҡотҡарыусылар командаһы ғүмере һәм хәүефһеҙлеге бәйле.

– Мин икенсе эшелонға эләктем, ул 30 ҡотҡарыусынан торған команда.  Бөрйән районының – Әтек һәм Йылайыр районының Ҡыҙларбиргән ауылдары янында янғын һүндерҙек. Хәл киҫкен ине, ауылдарға ут етеүгә биш саҡрым самаһы ҡалғайны. Беҙгә урмансылыҡ һәм биләмәне һөргән бульдозерҙар ныҡ ярҙам итте. Бындай ауыр рельефлы урында мөмкин булғандың бөтәһе лә эшләнде, тип уйлайым.

Ут һүндереү - ғәҙәттән тыш хәл шарттарында хәл бөткәнсе алып барылған даими эш. Ирәкташта янғын һүндереүселәр ҡая буйлап һыу шлангын һөрәп йөрөп ут һүндерҙе, әммә бирешмәнек. Ҡырағай хайуандар менән дә осраштыҡ. Мәҫәлән, Бөрйән районында айыу беҙ һыу алған урынға килде. Әммә  ул үҙен тыныс тотто,  – тип уртаҡлашты Азамат Салиев.

Азамат бала саҡтан ҡотҡарыусы булырға хыялланған. Ишембайҙағы кадет корпусын тамамлаған. Һуңынан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең Урал институтын тамамлаған.       
Рөстәм Фәнил улы Хамматшин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең баш инструкторы булып эшләй. “Янғындағы батырлығы өсөн” миҙалы менән наградланған. Ул хәрбиҙәр ғаиләһенән, шуға ла бик күп уйланғандан һуң, 2002 йылда янғын һүндереү хеҙмәтенә килгән.

– Ул саҡта эш хаҡы ла ҙур түгел ине. Йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнем. Тревоганы ишетеү менән ҙур талпыныу менән йөрәк тибә башлай һәм ошо хәл йылдар буйы дауам итә. Янғынға сыҡҡанда ҡайҙа барғаныбыҙҙы, беҙҙе нимә көткәнен, ҡасан ҡайтырыбыҙҙы белмәйбеҙ. Йәй Хәйбулла районында тәбиғәт янғындарын һүндергәндә һыу һәм асыҡ һыу ятҡылыҡтары булмауы ҙур ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Һыу – беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ. Һәм янғын ваҡытында өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итеү төп бурыстарҙың береһе. Утты ранецтар менән тигәндәй һүнедерергә тура килде. Ҡағиҙә буйынса ут һүндереүҙән дә беҙ тулы бак һыу менән ҡайтырға тейешбеҙ. Был бик мөһим. Шуға ла ҡайһы берәүҙәрҙең янғын һүндереү машинаһы һыуһыҙ килде тип әйтеүе нигеҙһеҙ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, янғын машинаһының бер стволы – алты, ә ике стволы өс минутта һыуҙы бөтөрә,  – тине Рөстәм Фәнил улы.

Василий Васильевич Красновҡа 42 йәш. Ул янғын машинаһын йөрөтөү буйынса баш инспектор. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында 2009 йылдан бирле эшләй.

– Бер мәл өйҙә янғын булды – күрше фатирҙа ут сыҡты. Бер нәмә лә уйламайынса утты һүндерергә ташландым, ҡурҡыу ҙа, тулҡынланыу ҙа булманы. Шулай итеп, янғын һүндереүселәр килгәнсе эште тамамлап ҡуйғайныҡ. Нәҡ шулай булырға тейеш тигән фекер тыуҙы. Шул мәлдә эш эҙләй инем, янғын часына инеп сығырға булдым, ә унда хеҙмәткәрҙәр йыялар. Бер-ике йылға тип ингәйнем, тик ул эште былай ғына ташлап китеү мөмкин булмағанын аңланым. Хәҙер улым да минең эҙҙән китергә ҡарар итте, – ти уртаҡлашты Василий Васильевич.

Фидель Баязит улы Залиловҡа 39 йәш. Ул беренсе класлы ҡотҡарыусы, спорт туризмы буйынса спорт мастеры, спелеолог. Инде ун йыл ғүмерен кеше ҡотҡарыуға бағышлаған: урманда, бейектә, һыуҙа. Бөтәһе лә бала саҡтағы туризм менән мауығыуҙан башланған.

– Йәй – ҡыҙыу осор, туристар күп, тәбиғәткә сығалар. Әммә бер нисә урында бер юлы янғын ҡоторғанын иҫләмәйем. Быйылғы ҡоролоҡта, айырыуса урманда, тайгала бөтә ер дары кеүек, ут тиҙ генә тарала. Шуға ла бер шырпы ла, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө лә ялағай кеүек ут сығыуға булышлыҡ итә, Ирәкташта ла шулай булған. Бындай урындарҙа һыу булмауы, уны ташыуы хәлде ҡатмарлаштыра. Шуға ла бындай янғындарҙы һүндереүҙә трактор төп ярҙамсы булып тора. Ул һыҙат эшләп, уттың юлын быуа – иң һөҙөмтәле ысул. Был осраҡта ҡотҡарыусыларҙың эше иң ауыры – трактор өсөн юл ярыу, көрәк, бысҡы, балта менән эшләү, – ти Фидель Баязит улы.      

Ҡотҡарыусы йәй урманға тәмәке менән йөрөргә, ут яғырға, шешә һәм сүп-сар ташларға ярамағанын иҫкәртә.
Әлиә Әғлиуллина тексы ҡулланылды.

Фото: @mchsrb

Ер-әсәгә кемдәр ярҙам итә?
Ер-әсәгә кемдәр ярҙам итә?
Ер-әсәгә кемдәр ярҙам итә?
Ер-әсәгә кемдәр ярҙам итә?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: