Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
26 Август 2021, 10:30

Ейәнсураға ирекмәндәр юлланды

Янғын һүндереүсе ирекмән булыр өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Ейәнсураға ирекмәндәр юлланды
Ейәнсураға ирекмәндәр юлланды

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнән ирекмәндәр отряды Ейәнсура районындағы янғынды һүндереүгә юлланды. Унда Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалаларынан һәм Күгәрсен районынан да кешеләр ярҙамға йыйылған.

Республика ирекмәнлек үҙәге базаһында булдырылған оператив штаб ирекмәндәрҙе йыйып оҙатыу эшен алып бара. Шулай уҡ кешеләрҙе транспорт, аҙыҡ-түлек, шәхси һаҡланыу саралары һәм утты һүндереү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итәләр.

Сәләмәт булған 18–55 йәштәге граждандар, ирекмән булып, янғын һүндереүҙә ҡатнаша ала. Бының өсөн https://forms.gle/8zgtKvFpgoMFb9By7 һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, форма тултырырға кәрәк.

Ирекмәндәр эше буйынса координатор Владислава Пальчиковская менән +7 (996) 402-18-08 телефоны аша бәйләнешкә инергә мөмкин.

 

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.

Ейәнсураға ирекмәндәр юлланды
Ейәнсураға ирекмәндәр юлланды
Ейәнсураға ирекмәндәр юлланды
Ейәнсураға ирекмәндәр юлланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: