Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Октябрь 2021, 14:45

Ауылдан алып Кремлгә тиклем

Башҡортостандың һәм тотош илебеҙҙең үҫешенә ҙур өлөш   индергән шәхестәрҙең береһе  – күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре Зыя Нури улы Нуриев. Уның “Ауылдан Кремлгә саҡлы” тигән китабы (Өфө, “Китап”, 2000) юҡҡа ғына шулай аталмай.

Ауылдан алып Кремлгә тиклем
Ауылдан алып Кремлгә тиклем

Башҡортостандың һәм тотош илебеҙҙең үҫешенә ҙур өлөш   индергән шәхестәрҙең береһе  – күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре Зыя Нури улы Нуриев. Уның “Ауылдан Кремлгә саҡлы” тигән китабы (Өфө, “Китап”, 2000) юҡҡа ғына шулай аталмай.

Зыя Нуриев 1915 йылда хәҙерге Бөрө районының Үрге Ыласынтау ауылында тыуып үҫә, 2012 йылда 98-се йәшендә Мәскәүҙә вафат була.

Бөрө педагогия институтын һәм Юғары партия мәктәбен тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.

1952 – 1957 йылдарҙа ул КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, икенсе секретары вазифаларында эшләй. Артабан ун ике йыл дауамында өлкә комитеттың беренсе секретары була. 1969 йылда уны СССР әҙерләүҙәр министры итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо вазифала дүрт йыл эшләгәндән һуң Зыя Нури улы СССР Минситрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары итеп ҡуйыла, СССР Министрҙар Советы Президиумының Агросәнәғәт комплексы мәсьәләләре буйынса комиссияһын да етәкләй.

1985 йылдан ул – Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер. Хаҡлы ялға сыҡҡас, “Ауылдан Кремлгә саҡлы” исемле китап яҙа, унда Мао Цзэдун, Климент Ворошилов, Никита Хрущев, Амояк Акопян, Леонид Брежнев, Михаил Горбачев һәм башҡалар менән осрашыуҙарҙан тыуған тәъҫораттары менән уртаҡлаша.

Фото:bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: