Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
4 Март 2022, 11:00

Офицерға Рәсәй Геройы исеме бирелде

Владимир Путин: "Дағыстандан сыҡҡан, милләте буйынса лакец Нурмагомед Гаджимагомедов кеүек йәш егеттең һәм башҡа яугирҙәрҙең  барлығында геройлыҡ миҫалын күрәм..."

Офицерға Рәсәй Геройы исеме бирелде
Офицерға Рәсәй Геройы исеме бирелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Именлек Советының даими ағзалары менән уҙғарған кәңәшмәлә Украинала яуҙа һәләк булған Нурмагомед Гаджимагомедовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһында хәбәр итте.

– Мин өлкән лейтенант Нурмагомед Энгельсович Гаджигамомедовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлгәндән һуң. Яуҙа ул үҙенең һалдаттары менән ышаныслы идара итә. Ысын командир кеүек ҡул аҫтындағыларҙы ҡурсалай. Ауыр йәрәхәт алғас, һуңғы минутына тиклем көрәшә - үҙен уратып алған боевиктарҙы һәм үҙен граната менән шартлата. Ул кем менән эш иткәнен аңлап, ошо аҙымға бара, сөнки неонацистар әсирҙәрҙе мыҫҡыл итә һәм ҡырағайҙарса үлтерә, – тине Владимир Путин.

“Мин – рус кешеһе, минең барлыҡ нәҫелдә Ивандар һәм Марьялар. Әммә мин Дағыстандан сыҡҡан, милләте буйынса лакец Нурмагомед Гаджимагомедов кеүек йәш егеттең һәм башҡа яугирҙәрҙең  барлығында геройлыҡ миҫалын күрәм икән: мин – лакец, мин - дағыстансы, мин – чечен, ингуш, рус, татар, йәһүд, мордвин, осетин... Һәм тағы ла Рәсәйҙең өс йөҙҙән ашыу милләтен һанап бөтөп булмай. Мин ошо донъяның, бөйөк, көслө күп милләтле Рәсәй халҡының өлөшө булыуы менән ғорурланам”, – тип Владимир Путин Рәсәйҙең төрлө милләтле халҡы менән көслө булыуын айырып әйтеп китте.

Нурмагомед Гаджимагомедов Хәрби десант ғәскәренең 247-се гвардия десант-штурмлаусы Кавказ казак полкы офицеры була. Украинала барған махсус операция барышында милләтсе төркөмдөң ҡамауына эләгә. Офицер һуңғы минутына тиклем көрәшеп, Сүриәлә ошондай уҡ хәлдә ҡаһармандарса һәләк булған летчик Роман Филиповтың батырлығын ҡабатлай.

Белеүебеҙсә, 24 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына телевидение аша мөрәжәғәтендә Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған халыҡты яҡлау өсөн Донбасс биләмәһендә махсус хәрби операция башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе. Бындай ҡарар Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының башлыҡтары ярҙам һорап  мөрәжәғәт иткәндән һуң ҡабул ителгән.

Фото: “Бәйләнештә” социаль төркөмөнән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: